Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
24 Март 2023, 04:30

Юлдарыбыҙ хәүефһеҙ булһын!

Һуңғы ике айҙа республикала балалар һәм үҫмерҙәрҙең ҡатнашлығы менән 43 авария теркәлде. Уларҙы һөҙөмтәһендә бер бала һәләк булды, 47-һе төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алды...

Юлдарыбыҙ хәүефһеҙ булһын!Юлдарыбыҙ хәүефһеҙ булһын!
Юлдарыбыҙ хәүефһеҙ булһын!

ЮХХДИ иҫкәртә

Юлдарыбыҙ хәүефһеҙ булһын!

Республикала “Иғтибар – балалар!” профилактик операцияһы башланды. Уның маҡсаты – балаларҙы юл фажиғәләренән һаҡлап ҡалыу. Сөнки яҙғы каникул башланыу менән балалар күберәк урамда уйнай, йөрөй, уларҙың юлға ҡапыл йүгереп сығыуы ла бар. Бындай мәддә водителдәр үтә иғтибарлы булырға тейеш. Өҫтәүенә, балаларҙы йәйәүлеләр үткәүелендә үткәрмәгән руль артындағылар ҙа бар. Был юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн дә һәр кем яуапҡа тарттырыласаҡ.

Ата-әсәләр балаларын юлды светофорҙың тик йәшел утына үтергә өйрәтһен ине. Бының өсөн үҙегеҙ уларға үрнәк булығыҙ. Юғиһә, балаларҙың светофорҙы ҡыҙыл утҡа йүгереп үтергә маташыуҙары була. Бының ни тиклем хәүефле булыуын аңлатығыҙ.

Ер ҡарҙан әрселеп бөтөр-бөтмәҫтән балалар велосипедта йөрөй башлай. Был йәһәттән дә водителдәргә иғтибарлы булырға кәрәк.

Тағы бер бәлә – ул скутерҙар, мопедтар. Таныҡлығы булмайынса был төр транспортта йөрөгән үҫмерҙәр өсөн ата-әсәләргә ҙур штраф түләргә тура киләсәк.

Һуңғы ике айҙа республикала балалар һәм үҫмерҙәрҙең ҡатнашлығы менән 43 авария теркәлде. Уларҙы һөҙөмтәһендә бер бала һәләк булды, 47-һе төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алды. Юл-транспорт хәл ваҡиғаларын анализлау аварияларҙың 58 проценты бала-пассажирҙар ҡатнашлығында үтеүен күрһәтте. Шуға күрә водителдәргә транспортта балалар булғанда үтә иғтибарлы булырға кәрәклеген аңларға кәрәк. Кескәйҙәрҙе махсус креслола ғына йөрөтөргә кәрәк икәнлеген онотмағыҙ. Был һеҙҙе күп фажиғәләрҙән һаҡлап ҡалыр.

Иғтибар – балалар!” профилактик операцияһы 7 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Әммә юл ҡағиҙәләрен һәр саҡ үтәргә кәрәк икәнлеген бер ҡасан да онотмағыҙ! Юлдарыбыҙ хәүефһеҙ булһын!

Рафаил Әминев, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас