Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
10 Март 2023, 14:30

Ат ҡарағы тотолған

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Хәйбулла районының эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре Ырымбур өлкәһендәге коллегалары менән берлектә ат ҡарағын тотҡан. Ул быға тиклем ошондай уҡ урлашҡаны өсөн хөкөм ителгән 42 йәшлек Ырымбур өлкәһе кешеһе булып сыҡҡан. Енәйәтсенең Сәғит ауылы янындағы көтөүлектән ике атты урлау фактын асыҡлаған. Ул йылҡыларҙы урлаған саҡта эләккән. Ир үҙ ғәйебен таныған. Ғәйепләнеүсе бейәләрҙе Ырымбур өлкәһендә һатырға уйлаған.

Урлашыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәтсе ҡулға алынған. Урланған аттар хужаһына кире ҡайтарылған. 

Фото: МВД по РБ - b8efe90697d7e7bbb35de7da5ddea0be

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: