Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
2 Март 2023, 11:30

Үлтергәнсе туҡмаған...

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы ете көндә районда 224 хәл-ваҡиға булған, шуның 11-е криминаль характерға эйә. Займ һәм кредит алып та түләүҙән баш тартҡан 4 кешегә ҡарата дәғүә ғаризаһы бирелгән. Шулай уҡ урлыҡ, кеше туҡмау, үлтереү менән янаған осраҡтар бар. 4 кеше вафат булған. Ике ир иҫерткес эсемлек эскән ваҡытта талашып китә һәм береһе икенсеһенең ғүмерен алғансы туҡмай. Ҡалалағы дәүләт учреждениеһының электрон почтаһына бинаға шартлатҡыс һалыныуы тураһында хат килә. Тикшереү барышы уның ялған булыуын асыҡлай. Бер кеше хәбәрһеҙ юғала. Өлкән йәштәге берәү үҙ ғүмерен алырға маташып, ҡан тамырын ҡырҡа. Иҫерек ир ҡатынын туҡмаған саҡта ҡулға алына.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 147 осраҡ теркәлгән. 12 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 7 водитель тотолған, шуларҙың икәүһе ҡайтанан эләккән.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: yujyuy

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: