Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
6 Февраль 2023, 12:20

Телефон аша ... аҡсаһыҙ ҡалалар

Мутлашыусылар әҙәм балаһының психологияһын белеп, бик нескә эш итә. Ғәҙәттә, кеше телефон аша алдана. Һуңғы осор үҙен Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙың полиция хеҙмәткәре тип таныштырған мутлашыусылар күбәйҙе...

Телефон аша ... аҡсаһыҙ ҡалалар
Телефон аша ... аҡсаһыҙ ҡалалар

Көн ҡаҙағында

Хоҡуҡ һаҡсылары, киң матбуғат саралары йыш ҡына иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан район-ҡалабыҙҙа яуыз уйлы кешеләрҙән алданып, аҡсаһын юғалтҡандар арта бара.

Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Мутлашыусылар әҙәм балаһының психологияһын белеп, бик нескә эш итә. Ғәҙәттә, кеше телефон аша алдана. Һуңғы осор үҙен Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙың полиция хеҙмәткәре тип таныштырған мутлашыусылар күбәйҙе. “Мин полиция майоры булам. Һеҙ шул-шул кешеме? (телефонды алған кешенең фамилияһы, исеме, атаһының исеме – барыһы ла дөрөҫ итеп әйтелә). Эш шунда...” Һәм кешене төрлөсә алдап ҡурҡытыу башлана. “Әлеге ваҡытта кредит алаһығыҙмы? Юҡмы ни? Бына әлеге ваҡытта һеҙҙең исемгә ҙур суммаға кредит алына. Тиҙ генә банк хеҙмәткәре менән тоташтырам!” Аптырап ҡалған кешене икенсе берәү эшкәртә башлай. “Эйе, һеҙҙең паспорт мәғлүмәттәре буйынса һеҙҙең исемгә ҙур кредит алалар...”

Артабан һеҙ тағы “полиция хеҙмәткәренә” барып эләгәһегеҙ һәм ул: “Енәйәтсене тотоу һәм һеҙгә кредит алмаһындар өсөн хәҙер үк банкка барып етегеҙ. Һеҙгә 300 мең һум (500 мең) кредит алырға кәрәк. Тик тикшереү һәм енәйәтсене тотоу барғанын онотмағыҙ! Был хаҡта бер кемгә лә әйтмәгеҙ! Банкта ла бер һүҙ өндәшмәгеҙ! Йәһәт кенә булығыҙ”-тигән бойороҡ бирелә.

Уйлап ҡараһаң, телефонды һалырға һәм урындағы банкка йә полицияға шылтыратып, үҙең менән шундай хәл булыуын һөйләп бирергә һәм кәңәш һорарға мөмкин. Әммә әйтеп үтеүемсә, мутлашыусылар шул тиклем кешенең аң-зиһенен үҙенә буйһондороп өлгөрә, һөҙөмтәлә ул енәйәтселәрҙең нимә ҡушҡанын үтәгәнен һиҙмәй ҙә ҡала.

Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, халыҡты телефондан алдауҙың көндән-көн яңы төрҙәрен уйлап табалар. Аварияға эләккән улын-ҡыҙын “ҡотҡарыу” өсөн аҡса һорау, банктағы иҫәбен “һаҡлап ҡалыу өсөн” пин-кодты һорап алып, тулыһынса аҡсаһыҙ ҡалдырыу. Йәки: “һеҙ ҙур аҡса оттоғоҙ. Уны алыу өсөн йәһәт кенә комиссия итеп шунса һум күсерергә кәрәк”,-тип алдау. Был йәһәттән оло быуын кешеләре бигерәк тә тиҙ алдана. Шуға күрә уларға үтә лә һаҡ булырға кәрәк.

Интернет аша “еңел” аҡса эшләү ҙә булмай! Кемдер һеҙгә: “Бер нисә мең һум күсерһәгеҙ, ул унлата артып ҡайтасаҡ”,-тип ышандырырға маташа икән, һөҙөмтәлә барыһын да юғалтасағығыҙҙы аңлағыҙ. Бер-бер артлы ҡалҡып сыҡҡан финанс пирамидаларынан күпме кеше алданды! Кешеләр ҙур-ҙур сумманы кредитҡа алып, шул пирамидаға һалып, бер нәмәһеҙ тороп ҡалды.

Бер ниндәй банктың да, полиция, башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдарының да һеҙҙең банк карточкаһының пин-кодын, башҡа мәғлүмәттәрен һорамауын онотмағыҙ. Әгәр шундай шылтыратыу булһа, һөйләшеүҙе шунда уҡ өҙөгөҙ. Хәҙер күптәр таныш булмаған телефон һандарын бөтөнләй алмай башланы. Был да дөрөҫтөр.

Кешеләрҙе алдап, аҡсаһын талаусылар ерҙең һәр нөктәһенән шылтырата алыуын онотмағыҙ. Шуға күрә бындай енәйәтте асыу ҙа ваҡытты талап итә. Шуға күрә уяу булығыҙ – алданмағыҙ! Әгәр шундай хәлгә ҡалһағыҙ, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ.

Ғәлимә ВӘХИТОВА, енәйәттәрҙе тикшереү бүлегенең өлкән уполномоченныйы.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: