Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
15 Декабрь 2022, 03:55

Башҡортостанда 14 атты атҡандар

Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

Башҡортостанда билдәһеҙ кешеләр 14 атты атып киткәндәр. БР буйынса Эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Нуриман районынан 14 ат урлауҙары хаҡында мәғлүмәт килә. "Тикшереү-эҙләү сараһы барышында, Иглин районында аттарҙың кәүҙәләре табыла. Уларҙы атҡандар. Бер нисәүһен таҙалап алғандар. Әлеге ваҡытта РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяның 4-се бүлегенә ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙе эҙләү буйынса эш алып бара", - тип хәбәр ителә ведомствола. 

 

Сығанаҡ: https://vk.com/incident02?w=wall-115466005_357989

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас