Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
14 Декабрь 2022, 08:45

Ике ҡарағай өсөн...

Ишбирҙе ауылының бер кешеһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ишбирҙе ауылынан 32 йәшлек ир ике ҡырҡылған ағас өсөн енәйәт эше фигуранты булды. Рөхсәт ҡағыҙы булмаһа ла, ир урманға юлланған, ике ағасты бысып бөткән, ләкин өйөнә алып ҡайтып өлгөрмәгән. Эске эштәр министрлығы һәм район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре уны «Шыршы» операцияһы сиктәрендәге рейд барышында күреп ҡалған. Енәйәтсе ҡулға алынған. Полиция бүлегендә ул ҡырҡылған ҡарағайҙы хужалыҡта артабан файҙаланыу өсөн ҡырҡып алыуын таный. Ир үҙенең ихатаһында төҙөлөш менән шөғөлләнергә теләгән.

«Ир үҙенең законһыҙ эш итеүе менән урман фондына 70 мең һум күләмендә зыян килтергән. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

 

фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.:b6ba56c9db9008359567d01d7b02b471

Ике ҡарағай өсөн...
Ике ҡарағай өсөн...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: