Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
2 Декабрь 2022, 16:15

Мутлашыусыға 506 мең һум аҡсаһын бүләк иткән

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡ районы буйынса Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы ете көндә районда 206 хәл-ваҡиға булған, шуның 12-һе криминаль характерға эйә. Кеше туҡмау, урлыҡ факттары бар. Сибай участка урмансылығынан рөхсәтһеҙ ҡайын ағастары ҡырҡыу осрағы теркәлгән. “Газпромбанк” хеҙмәткәре тип танытҡан мутлашыусыға берәү 506 мең һум аҡсаһын күсергән. Темәстә, Богачево ауылдарында һәм Баймаҡта рөхсәтһеҙ иҫерткес эсемлек һатыусылар эләккән. Ике кеше мәйете табылған. “Пятерочка” магазинынан 8 дана араҡы урлағандар.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юл хәрәкәтен боҙған 119 осраҡ теркәлгән. 10 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 6 водитель тотолған, шуларҙың 1-һе ҡайтанан эләккән.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: c872300b45690f376b1c692c31cce7d1

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: