Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
1 Декабрь 2022, 09:10

Әле һаман телефон заряднигын розетканан һурмай ҡалдыраһығыҙмы?

Ул сағында янғын сығыуын көт тә тор!Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Беҙҙә кешенең үҙенә булған ҡарашы ҡыҙыҡ ҡоролған. Мәҫәлән, һәр кем телефонын төшөрөп ебәрмәҫ һәм ярмаҫ өсөн уны һаҡлап, ҡәҙерләп тота. Шул уҡ ваҡытта үҙенең ғүмерен шул телефон хаҡындай ҙа ҡуймай. Күптәр уны зарядка йыйҙыртыу өсөн төнгөлөккә ҡалдыра. Бәғзеләр хатта шул көйө яҫтыҡ аҫтына тығып, йәки карауат, диван эргәһенә һалып, татлы йоҡоға сума. Иртәнсәк эшкә ҡабаланған саҡта, телефонын һурып алып сығып йүгерә. Ә зарядниктың үҙе розеткала тороп ҡала. Ҡайһы ваҡыт уларҙы айҙар буйы һурып алырға кәрәклеген дә “оноталар”. Ләкин шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ: розеткала торған телефон заряднигы электр энергияһы ҡеүәте аҫтында тора һәм уның янғын сығарыуға булышлыҡ итеүе бар. Дөрөҫ, ундай бәхетһеҙ осраҡтар йыш була, тип әйтә алмайым. Ләкин улар менән шаярырға ярамай. Үрҙә әйтеп кителгән миҫал да быны иҫбатлай.

Ысынлап та, мобиль телефонының инструкцияһында асыҡ яҙылған: хәүефһеҙлек сиктәрендә, зарядникты мотлаҡ һүндереп йөрөргә! Ләкин күп осраҡта уны күҙәтмәйбеҙ. Уларҙың электр энергияһының төрлө көсөргәнешле ваҡытына тура килеп, янып китеүе ихтималлығы иҫебеҙгә лә төшмәй. Хәҙерге телефондарҙың янғындан һаҡлаусы системалары бар. Ләкин бында ла тынысланырға ярамай. Сөнки һәр ҡоролманың хеҙмәт итеү ваҡыты сикләнгән. Телефондың корпусы ирергә һәм янып китеүе ихтимал.

Тағы ла бер ҡағиҙәне күҙәтеү мотлаҡ: һәр телефондың йәки планшеттың үҙ заряднигы бар. Тап уларҙы ғына ҡулланырға кәңәш итәм. Ҡайһы бер осраҡта беҙ уларға яраған зарядниктарҙы ҡулланабыҙ. Әгәр ҙә улар ҡеүәтлерәк икән - телефон көсөргәнешлек кисерәсәк. Һөҙөмтәлә аккумуляторҙың шартлауы ихтимал.

Видеояҙма асыҡ сығанаҡтан алынды: https://vk.com/video-100503915_456239632

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: