Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
1 Декабрь 2022, 15:05

Өфөлә урам камераларында кешеләрҙе таныу өсөн биометрик система индерелә

Ул  эҙләү буйынса мәғлүмәттәр базаһындағы кешеләрҙе табасаҡ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

2023 йылда видеокүҙәтеү камералары аша кешеләрҙе таныу өсөн биометрик система индереү күҙаллана. Был хаҡта 1 декабрҙә республика Эске эштәр министрлығында үткән матбуғат конференцияһында Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Азамат Сәлихов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, ғәмәлдәге видеокүҙәтеү камераларын файҙаланыу күҙаллана. Әле был проект һынау үтә.

«Яһалма интеллект нигеҙендә ул эҙләү буйынса мәғлүмәттәр базаһындағы кешеләрҙе табасаҡ, - тине Азамат Сәлихов - Эске эштәр министрлығы менән үҙ-ара эш итеүҙең билдәле бер схемаһы бар, шуның буйынса мәғлүмәттәр хоҡуҡ һаҡлаусыларға тапшырыласаҡ».

Яңы система кешенең йөҙөн генә түгел, атлап йөрөшөн дә асыҡлаясаҡ. Был енәйәтселәр битлек кейгән осраҡтарҙа ярҙам итергә тейеш.

Сығанаҡ: "БашҡортостанымI Яңылыҡтар

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: fn_v20rxq_Q

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: