Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
18 Ноябрь 2022, 10:30

Янғында ата-әсәһе менән 5 баланың ғүмере өҙөлгән

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Стәрлетамаҡ районында ирле-ҡатынлы биш балаһы менән янғында һәләк булған

Бөгөн төндә Матвеевка ауылында ҡот осҡос фажиғә булған. Йәштәр урамында ике ҡатлы кирбес йорт янып киткән. Янғынды һүндереү барышында биш баланың һәм уларҙың ата-әсәләренең кәүҙәләре табылған. Йортта бөтәһе ете бала булған – икәүһен аталары ҡотҡарып өлгөргән.

Ауыл хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғаилә яҡшы иҫәптә булған. Үҙҙәренең балалары һәм тәрбиәгә алынған сабыйҙары булған. Улар араһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа бар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡот осҡос фажиғәлә тик ике биш йәшлек малай ғына иҫән ҡалған. Аталары Морат Артиков Руслан менән Богданды тышҡа сығарған һәм ҡалғандарын алырға ингән. Йортта ҡатыны Нина һәм 6 йәштән 21 йәшкә тиклемге балалары булған. Тик бер кем дә йорттан сыға алмаған.

Сығанаҡ: Башҡортостаным - яңылыҡтар

Фото: mnmTSZOFAHc

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: