Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
18 Ноябрь 2022, 11:38

Аҡсаңмы, ғүмереңме?

Берәүҙең башына пневматик пистолет терәп, аҡсаһын тартып алғандар...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡ ҡалаһы районы буйынса Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы ете көндә, районда 204 хәл-ваҡиға булған, шуның 13-ө криминаль характерға эйә. Кеше туҡмау, урлыҡ факттары бар. Берәүҙең башына пневматик пистолет терәп, аҡсаһын тартып алғандар. 4 ат юғалған. Бер кеше хәбәрһеҙ юғалған. Мутлашыу осраҡтары арта. Уҙған аҙнала берәүҙең ватсабына пассажирҙар ташыу хеҙмәте күрһәтелә, тигән һылтанма ебәрәләр. Уны асып ҡарауға, банк картаһында булған 12 600 аҡсаһы юғала. Займ алып та түләмәгән ике кешегә ҡарата дәғүә ғаризаһы бирелгән. Рөхсәтһеҙ ҡайын һәм уҫаҡ ағастарын бысып алғандар. Ирәндек һыртында рөхсәтһеҙ мышы атып алынған. Тейешле документтары булмаған ағас ташыусы машина туҡтатылған.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юл хәрәкәтен боҙған 145 осраҡ теркәлгән. 9 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 7 водитель тотолған, шуларҙың 1-һе ҡайтанан эләккән.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:Police-car-lights-on

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: