Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
15 Ноябрь 2022, 15:25

Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре нарколаборатория ойошторған кешеләрҙе тотҡан

Наркотиктар етештергән енәйәтселәр ҡулға алынғанға тиклем 21 килограмдан ашыу мефедрон эшләп өлгөргәндәр, был миллионға яҡын доза. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Туймазыла нарколаборатория ойошторған кешеләрҙе тотҡан. Наркотиктар етештергән енәйәтселәр ҡулға алынғанға тиклем 21 килограмдан ашыу мефедрон эшләп өлгөргәндәр, был миллионға яҡын доза.
Шулай уҡ лаборатория биләмәһендә ҡулланыу өсөн әҙер 10 килограмм марихуана табылған, был 300 мең доза тәшкил итә.
Яҡынса баһалар буйынса, тартып алынған наркотик матдәләрҙең хаҡы - 83 миллион һумдан ашыу.
Лабораторияны ойоштороусыларҙы ике айға һаҡ аҫтына алғандар. Уларға ҡарата «Наркотик матдәләрҙе законһыҙ етештереү, һатыу йәки һалып ебәреү» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Уға яза - 15-20 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.

Сығанаҡ ҙәм Фото: УФСБ России по РБ

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: