Хоҡуҡ һаҡлау
2 Ноябрь 2022, 07:55

Баймаҡ - Сибай юлында авария

Баймаҡ - Сибай трассаһында ҙур йөк машиналарының төкөшөүе һөҙөмтәһендә хәрәкәт сикләнгән. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡ һәм Сибай трассаһында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Баймаҡ - Сибай трассаһында ҙур йөк машиналарының төкөшөүе һөҙөмтәһендә хәрәкәт сикләнгән. Әлеге ваҡытта машиналар "Самрау" кафеһы тәңгәленән урау юлдан йөрөй. Һуңғы көндәрҙә һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы арҡаһында, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы һөҙөмтәһендә юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплаған. Тиҙлек скоросын күҙәтеүегеҙ һорала.

Баймаҡ - Сибай юлында авария
Баймаҡ - Сибай юлында авария
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас