Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
13 Октябрь 2022, 16:05

Юлға йылҡы өйөрө сыҡҡан һәм...

ике автомобиль төкөшкән. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Башҡортостандың Әбйәлил районында йылҡы өйөрө аварияға сәбәпсе булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн, 13 октябрҙә, Ҡужан ауылы янында булған. «Лада Ларгус» менән «Лада Гранта» төкөшкән.

«Башинформ» агентлығына республика ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Ларгус» водителе һүҙҙәренсә, аттар ҡапыл юлға сыҡҡан һәм ул күреп өлгөрмәгән.

 

«Ирекле рәүештә көтөүсеһеҙ йөрөгән йылҡы өйөрө арҡаһында авария булған. Авария һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ. Автомобилдәр механик зыян күргән. Юл-транспорт ваҡиғаһы осрағы буйынса тикшереү бара», - тип хәбәр итте Башҡортостан ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Линар Зиннуров.

Фото: БР-ҙың ЮХХДИ 

Юлға йылҡы өйөрө сыҡҡан һәм...
Юлға йылҡы өйөрө сыҡҡан һәм...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: