Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
3 Июль 2022, 21:50

Яратҡанға... үлтерәм (хикәйә)

Психикаһы ныҡ булған 18 йәштән өлкәнерәктәр өсөн. Балаларға уҡыу тыйыла! Уның менән ҡосаҡлашып, бергә иланыҡ – ҙур һәм бәләкәй ике ҡатын. Аҙаҡ ул, тормошонан уңған, юғары уңыштарға өлгәшкән, данлы исемдәргә лайыҡ булған белдекле доктор, мине, ябай маникюр һәм педикюр оҫтаһын, цейлон сәйе менән һыйланы. Ҡатырағын да тәҡдим иткәйне лә, мин баш тарттым. Хатта дауа сифатында ла өгөткә күнмәнем...

Яратҡанға... үлтерәм (хикәйә)
Яратҡанға... үлтерәм (хикәйә)

ЯРАТҠАНҒА... ҮЛТЕРӘМ (ХИКӘЙӘ). БАНЫУ ҠАҺАРМАНОВА

Психикаһы ныҡ булған 18 йәштән өлкәнерәктәр өсөн. Балаларға уҡыу тыйыла.
 
Мәңге йәш килеш ҡалған, ҡурҡыныс сиргә ҡаршы һуңғы һулышынаса батырҙарса көрәшкән Әлиә һеңлем иҫтәлегенә.
 
Мин уны үлтерергә булдым. Еңел генә, ауыртындырмай. Нескәлектәре тураһында уйлағас, эште еренә еткереп ҡуйырға мөмкин. Ана шуныһы иң ҡыйыны ла инде.
Сөнки уны үлтергәс, үҙем дә йәшәй алмаҫ инем. Тимәк, бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тоторға – ике бер туғандың йәнен күккә осорорға кәрәк. Уның, һеңлемдең, һәм үҙемдекен.
Ә мин тормошто яратам. Ныҡ-ныҡ! Иртән, ғәҙәтемсә төшкә етәрәк, уянып, йылы урындан тормай, иркәләнеп кирелеп-һуҙылырға, тәҙрәнән күккә ҡарап онотолоп ятырға яратам. Үҙемә үҙем йылмайырға. Төрлө холоҡло күк йөҙөнә, ҡайнар ҡояшҡа, наҙлы елгә, ҡабатланмаҫ ҡар бөртөктәренә, йылғыр ямғыр тамсыларына, йәшел үләнкәйҙәргә, елпелдәк күбәләктәргә, үткенселәргә лә йәлләмәй һөйөү йылмайыуын бүләк итәм... Ҡосаҡлашырға яратам! Көслө ағастарҙы ҡосаҡларға. Сафлыҡ бөрккән балаларҙы ҡосағыма алырға. Тоғролоҡтоң үҙе булған эттәрҙе лә ҡосаҡлайым ғына! Наҙға сарсаған ололарҙы ҡосаҡлаһам да йән рәхәте миңә. Иң татлы мәлдәр шул. Мине “ҡырағай” тигән булалар. Хаталаналар. Ни бары миңә бала саҡта ҡосаҡлау етмәгән. Шуға ла сәйерерәк булып үҫкәнмен. Хәйер, бәлки, әйтмәксе лә, бер аҙ ҡырағайыраҡмындыр ҙа: яңылыштан ғына ла яттарҙың иңбаштары, терһәктәре, ҡулдары тейеп китһә, уйлап та өлгөрмәйенсә яуапҡа йә тибә, йә һуға алам. Уның ҡарауы үтә көләкәсмен. Йылмайыуыма кешеләрҙең йә аптырап, йә күпселектә йәне көйөп ҡарап үткәнен йыш һиҙәм. Ҡараштары: “Сирле инде әллә?!” - тигәнде ярып һала.
Гелән киң йылмайып, күкте иңләп йөҙгән болоттарҙан, осҡан ҡоштарҙан, яҡтылыҡҡа тартылған ағастарҙың баштарынан күҙҙе алмай, уҫал ҡараштарға иғтибар ҙа итмәйем. Башҡаларға өҫтән төкөрөп ҡараған текә әҙәм булғанға түгел. Юҡ-юҡ, эрелектең “э” хәрефе лә миндә урын тапмаған. Ни бары яуыз, көнсөл, ике йөҙлө бәндәләрҙең ҡағылыуынан нескә күңелемде бар хәлемсә һаҡларға ынтылыуым. Ундайҙар һәр замандарҙа ла етерлек булған, минең өлөшкә лә эләктеләр.
Ғәжәп инде, ер шары ҡояш тирәләй күпме тапҡыр әйләнһә лә, кеше үҙ булмышында бөтөнләй тиерлек үҙгәрмәй ҡала бирә. Әйтәйек, таш быуаттарҙа боронғо ата-бабалар, яуҙа бөтә саралар ҙа яҡшы, тип, ахыры, мамонт итенең йомшағыраҡ өлөшө һәм усаҡҡа яҡыныраҡ урын өсөн талашһа, урта быуаттарҙа бер-беренә ошаҡ өйә-өйә, иблис һаналған ҡатындарҙы яндырып-ҡырып, “тәртип” урынлаштырырға самалағандар. Етмәһә, төп иблис белгестәре кемдәр булған, тиһегеҙ?! Эйе, белемле гуманистар. Яҙыусылар, фәйләсүфтәр, табиптар, юристар һәр һылыу, ылыҡтырғыс ҡатында яуызлыҡ сығанағын күреп, иблис мөһөрөн һуғып, уны юҡ итергә тырышҡан... Ярай, үткән-бөткән, ти, наҙанлыҡ хөкөм һөргән дәүерҙәр. Ә хәҙер һуң, юғары цивилизациялы заманда, барыһына ла аҙыҡ та, йәшәргә ҡыйыҡ та, эш тә, хатта һөйәр-һөйәркәләр ҙә етерлек ваҡытта нимәне бүлешергә мөмкин? Ҡайҙан ул кешеләрҙә яуызлыҡ һәм көнсөллөк? Нилектән ул күңелдәрҙә үрсергә, аждаһа ише башын ҡалҡытырға әҙер генә? Хәйер, был риторик һорау, һәм яуызлыҡтың бөтә төрҙәре һаманғаса гөрләп сәскә ата бирә, бәндәләрҙә көнсөллөк сикһеҙ, “иблистарға” һунар әүәлгесә дауам итә, ни бары иблис белгестәренең йөҙө һәм уларҙың ҡорбандарының исемлектәре генә үҙгәрә тора. Ә мин яуыздар ҙа, көнсөлдәр ҙә рәтенән түгел. Киреһенсә, үтә бер ҡатлы, хәйләһеҙ, мәрхәмәтле булып үҫтем. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡай ваҡыт тупаҫ әҙәмдең йөҙөнә төкөрөргә, әшәке бәндәнең танауына елгәрге килһә лә, ата-әсәнең, ташҡа – аш менән ат, тигән өгөт-нәсихәте өҫкә ҡалҡып, ташҡа түгел, ашҡа тотонолдо. Иҫәрмен инде. Юҡҡа ғына эскерһеҙлек оңҡотлоҡҡа тиңләнмәй, ябайлыҡтан да арт асып көлөрлөк. Мин хыялыйға шул кәрәк. Әйткәндәй, хыялыйлыҡ хаҡында. Бала саҡтан иң ғәзиз, ҡәҙерле кешеләрем – атайым менән әсәйем ҡосағында үлергә тигән оло хыялым булды. Эйе, тап шулай хыялландым: кистәрен йоҡларға ятҡас, Хоҙайҙан ата-әсәйемә оҙон ғүмер һорай-һорай, уға иң йәшерен серҙәремде асып, уның менән һөйләшеп килешергә маташтым: “Әгәр ҙә мин үлә ҡалдыниһәм, әсәйемдең ҡосағында йән бирергә теләйем, ишетәһеңме унда, өҫтә? Һәм шул мәлдә атайымдың йылы усы маңлайымда, бик тә булмаһа башымда булһын әле, сәсемде һыйпаһын. Яҙып ҡуйҙыңмы? Миңә шулайынса үлеүе ҡурҡыныс булмаҫ ине, Хоҙайым. Һәм йәшәүе лә”.
Ҡапма-ҡаршылыҡлы уй-ниәттәремде Юғары Көстәр нисек яҙып-теркәп ҡуйғандыр инде, белмәйем: мин үлергә йыйынғанда, хәтәр йәшәргә теләнем. Ун йәшемдә лә, әле лә. Тик мин ныҡышмалы ғына ул. Алдыма алғанды мотлаҡ еренә еткереп ҡуям. Был юлы ла маҡсатымдан артҡа сигенергә уйламаным. Киләсәктең аҫылмалы томан-күперҙәренә ҡоролған теләк-хыялдарға ышаныс юҡ, тап ошо мәлдә йәшәргә, ниәттәрҙе бойомға ашырырға кәрәк. Әүен баҙарындағы һеңлемә ҡарап, уны аҫтыртын рәүештә үлтереү планын ҡорҙом, ә ул карауаттың үҙ яртыһында йомарланып ҡына, минең тарафтан бер ниндәй яуызлыҡ көтмәй, тәмләп йоҡлауын белде.
Аңғармаҫтан туғаным менән һоҡландым. Минән, йәмһеҙбикәнән, айырмалы, һеңлем нескә йөҙ-һыҙатлы һылыуҡай ине. Бер башҡа бейегерәк, һомғолораҡ, нескә билле. Ҡыҙыҡ, кемдән уға шундай киң, аҡыллы маңлай күсте икән? Саҡ ҡына кәкес танауҡайы һис шикһеҙ әсәйебеҙҙән, ә битенә һибелгән шаян һипкелдәр ҡайҙан? Ҡалай ғына наҙлыҡас ул туғаным... Исеме лә уның хәтәр үҙенсәлекле, башҡаларҙыҡы кеүек түгел – Алёшка. Мин уны сеп-сей сағынан алып беләм. Әле генә булған кеүек: ул көндө һары таңдан әсәй менән бәпестең ҡайтҡанына әҙерләндек. Миңә күпереп торған итәк менән йәмле генә топик кейҙерҙеләр, өләсәйем сәсемде майлап тарап, кәкере-бөкөрө бармаҡтары менән ибәтәйһеҙ генә итеп таҫманы бәйләне. Аяҡ аҫтында буталма, тигәстәре, алғы бүлмәгә сыҡтым да, көҙгө ҡаршыһындағы тәпәш бүкәнгә менеп ултырып, йөрәкһеп татлы күстәнәстәрҙе, әсәйемде һәм бәпесте көтөп, ҡыуанып танау соҡоном. Ваҡыт уҙмай ҡаңғыртты, әсәй һаман ҡайтманы ла ҡайтманы. Башымдағы таҫмам әллә оҙаҡ көтөүҙән, әллә минең бер туҡтауһыҙ ултырғыста останлауымдан, бойоҡ ҡына иңбашыма шыуып төштө. Түпәмдә кескәй генә ҡойроҡ ишараты һерәйеп тороп ҡалды. Был мине бер аҙ көйҙөрҙө. Һеңлемде бөтә матурлығымда ҡаршылар өсөн, мин ҡабаттан таҫманы шул сысҡан ҡойроғона нисек тә эләктерергә быталандым. Гүзәллек тыуырға теләмәне, мин дә бирешмәнем. Телде сығарып тороп, ошо шөғөл менән булышҡанымда әсәйем ҡайтып керҙе. Ул өйгә ингәс, мине күрмәй, быуға уралып, ҡояш кеүек балҡып, янымдан йөҙөп үтте. Хас та әкиәт һылыуы... Ҡосағында аҡ төргәк, янында атайым, өләсәйем, тағы ла кемдәрҙер – уларын таныманым. Таҫма, матурлыҡ тураһында онотоп, улар артынан саптым. Әсәй төргәкте өҫтәлгә һалды һәм атайым уны ипләп кенә асты. Шул мәлдә мин уны тәүге тапҡыр күрҙем дә инде – үҙемдең һеңлемде! Ул иҫ киткес, һушты алырлыҡ матур ине: аҡ ҡына, йомро ғына, алһыу табанлы, кескәй генә йоҙроҡло. Атайымдың бәхеттән күҙҙәре ялтыраны. Илай ине.
Бер аҙҙан өйөбөҙҙә ҡупҡан байрамдан ҡыйыҡ күтәрелә яҙҙы: ҡунаҡтар килеп тулды, йыр-бейеүҙәр менән һуғарылған һый башланды, ә мин йүргәктәр ҡуҙыһында тып-тыныс ҡына йоҡлаған һеңлемдән айырыла алмай тик торҙом. Тас әлеге кеүек. Хәтирәләр йомғағында миңә бигерәк рәхәт ине һәм көтмәгәндә һеңлемдең гүзәл йөҙөн һыҙланыу шәүләһе йыртҡас, кинәт тертләнем. Ул йоҡо аралаш ыңғырашты. Миңә уны үлтерергә кәрәк. Мөмкин тиклем тиҙерәк.
Ул уянмаҫ борон.
Компьютерҙы ҡабыҙып, кешене үлтереү ысулдарын эҙләргә керештем. Әгәр ҙә гуглда “үлтереү ысулдары” тигән һүҙбәйләнеште яҙһаң, ул һиңә һанаулы секундтар эсендә 6 миллион 280 меңдән ашыу яуап табып бирәсәк: кешеләрҙе үлтереү ысулдарынан башҡа енәйәттән һуң нисек эҙҙәрҙе юйырға өйрәткәндәре лә бар, шундай исемле триллерға һылтанма ла, һүҙбәйләнешкә синонимдар ҙа – был төрлөлөк эсендә юғалып ҡалырһың, уҡып иҫең китер. Минең менән һәр хәлдә шулай булды. Был миңә хас һыҙат: гел дә яңылыҡ көҫәйем, асыштарға һыуһайым, белемде арттырырға тиһәң - мине ҡуш. Саф күңелем нисек кенә ҡаршы тормаһын, мейем тырыш уҡыусы һымаҡ, ҡурҡыныс мәғлүмәттәрҙе һеңдереп, үҙенә генә билдәле мөйөштәргә бүлеп сортланы. Ярты сәғәттән мин бөтә ысулдарҙы ла үҙебеҙгә самалап-үлсәп ҡарай инем.
Уйҙарыма батып, кеҫәләге телефондың вибрацияһынан һикереп-һикереп киттем. Аяҡ осона ғына баҫып, аш бүлмәһенә сыҡтым да, ишекте ябып, телефонға шыбырланым:
- Да.
- Прекрати говорить “да”, отвечай “алло”! – трубка Тамара Аркадьевнаның басы менән геүелдәне. – Бәлки был мин түгелдер, ә биометрик мәғлүмәт йыйған берәй яуыз уйлы бәндәлер? Потом базу цифровых слепков твоего голоса могут где и как угодно использовать, ты это понимаешь, разумное существо?
Мин өлкән йәштәге әхирәтемдең басын тыңлап, йылмайҙым. Иртәнсаҡтан бирле боғаҙҙан ҡыҫҡан көсөргәнеш мине яйлап үҙ ҡыҫымынан ысҡындырҙы. Аркадьевна менән дуҫлашҡаныбыҙға ун биш йыллап барҙыр, ә танышлыҡҡа унан да күберәк. Беҙҙең әңгәмә партияһында, һәм, ғөмүмән, дуҫлыҡта ул примадонна - Аркадьевна тыумышынан лидер, оратор. Үҙенең 42-се размер аяҡ кейеме менән ҡарт ҡыҙҙар тураһындағы шаблон-стереотиптарҙы иҙеп-тапаған алтмыш йәшлек әхирәтем мөһабәт ҡиәфәтле. Көрәктәй ҙур ҡуллы, бырау ишеләй тишкес ҡарашлы ҡеүәтле ҡатынға ҡарап, мин гелән: “Аркадьевнаға ирҙәр нисек ҡурҡмай йөрөй икән ул?!” – тип таң ҡалам. Ә уға йөрөйҙәр! Ярты йыл алдан яҙылалар. Ярай, яҙылыуы бер, аҙаҡ нисек сисенеп, тоттороп ҡараталар икән – уныһы бигерәк шаҡ ҡатырырлыҡ. Ҡоростан яһалған ир булыр кәрәктер ул, Аркадьевнаның ҡулдарына бирелер өсөн. Ул, юғары категориялы табип-андролог, эше хаҡында һөйләргә яратмай. Тик берҙе генә уның йөрәгенән утлы шарлауыҡ бәреп сыҡҡайны: “Килде! Эттән тыуған нәҫтәкәй! Имеш тә, уның тормай икән йөҙ ҙә илле бер йыл! Ә бит мин уны иҫкәрттем: ҡатын-ҡыҙҙы рәнйеткән һәр ҡылығың, һәр һүҙең өсөн яуап тотасаҡһың, тип. Ул күпме ҡыҙҙы боҙҙо, “батырлыҡтары” хаҡында мөйөш һайын лаф өрҙө! Бына, Хоҙай бар ул: мине танымай, алдымда торҙо, һаулығына зарланып, импотент! Үҙе ғәйепле. Уны яратҡан, уға бирелгән һәр ҡатын-ҡыҙҙы кәмһетте, мәсхәрәләп, исемен һатты. Аллаға мең шөкөр, ҡыуып етте уны язаһы! Ҡатын-ҡыҙҙы рәнйетеп, ул иң беренсе уға ғүмер биргән әсәһен рәнйетте! Хәҙер мин уны, имеш, дауаларға тейешмен, кәзә тәкәһен, текә, аҡсалы начальникты. Мин уға елле ҡуҡыш күрһәттем! Бына уға! Уның арҡаһында минең апайым һәләк булды. Мәсхәрәне күтәрә алманы...”
Айырата әйткәндә, тап ошо һүҙҙәренән һуң беҙҙең дуҫлыҡ башланды ла инде. Был мәлдә мин оло диҡҡәт менән уның тырнаҡтарын кутикуланан таҙарта инем. Аркадьевна, онотолоп, ҡулдарын болғай-болғай һөйләне, мин клиенткамдың ҡулдарын осошонда эләктереп, бер ни булмағандай үҙ эшемде дауам иттем. Асыуынан самауырҙай ҡайнапмы ҡайнаған ҡатын ҡапыл һуңғы һүҙҙәрҙе йөрәкте әрнетерлек наҙ, һағыш менән әйтте, мин түҙмәй башымды күтәреп, уға ҡараным да, түгелеп илап ебәрҙем. Аркадьевна бер секундҡа өнһөҙ ҡалды. Аҫҡы ҡалын ирене дерелдәне:
- Что ты, моя хорошая, ну, что ты...
Уның менән ҡосаҡлашып, бергә иланыҡ – ҙур һәм бәләкәй ике ҡатын. Аҙаҡ ул, тормошонан уңған, юғары уңыштарға өлгәшкән, данлы исемдәргә лайыҡ булған белдекле доктор, мине, ябай маникюр һәм педикюр оҫтаһын, цейлон сәйе менән һыйланы. Ҡатырағын да тәҡдим иткәйне лә, мин баш тарттым. Хатта дауа сифатында ла өгөткә күнмәнем. Тамара Аркадьевна үҙе, уның әйтеүенсә, гомеопатик дозала коньяк йотҡас, аш бүлмәһенә елле фотоальбом һөйрәп килтерҙе. Асыҡланыуынса, ғаилә альбомы. Доктор, тәүҙән үк һиҙемләүемсә, ысынлап та, арҙаҡлы ғаиләнән булып сыҡты. Арҡаларын төҙ тотоп ултырып, объективҡа тура ҡараған кешеләрҙең һарғайып бөткән фотоларына төртөп күрһәтеп, клиенткам ғорурлыҡ менән һәр береһенең исем-шәрифен, уларҙың донъя медицинаһына индергән өлөштәрен тәфсирләп һанап, Ватан алдындағы ҡаҙаныштарын күкрәк киреп иғлан итте. Ҡарт ҡыҙ, баҡтиһәң, тулы ғаиләлә үҫкән икән (нишләп мин, тик тулы булмаған ғаиләләрҙә генә бәхетһеҙ балалар үҫә, тип уйлайымдыр, уныһы үҙемә лә билдәһеҙ). Аркадьевнаның үҙе кеүек эре һөйәкле, асыҡ матур йөҙлө ата-әсәһе - хирургтар. Бер олатаһы, күҙлеклеһе, заманында атаҡлы медицина әһеле булһа, уның һөйкөмлө ҡатыны ғүмер буйы медицина академияһында белем биргән. Аркадьевнаның атаһы яғынан олатаһы менән өләсәһе һуғыш ваҡытында госпиталдә меңдәрсә яралыны ҡотҡарған ветерандар – түштәрен биҙәгән орден-миҙалдарҙың сыңын хатта фотоһүрәттән дә ишеткәндәй булдым. Апаһының фотоһына барып еткәс, Аркадьевнаның йыуан бармаҡтары ҡалтыраны:
- Ошо инде минең ғәзиз Танюшам. Бала сағында.
Фотоһүрәттән миңә 5-6 йәштәрҙәге түңәрәк йөҙлө, етен сәсле ҡыҙыҡай ҡараны. Тамара Аркадьевна альбомдан тағы ла бер фотоны һаҡлыҡ менән һурып сығарҙы:
- Ул мәңгегә 18 йәшлек булып ҡалды... Июнь уртаһында ун һигеҙе тулғайны... Сығарылыш кисәһенән һуң турпоходҡа киттеләр. Ҡайтҡанында беҙ уны таныманыҡ. Үҙ-үҙенә ябылып, күҙҙәрен йомоп тик ятты. Ни булды, сирләп тораһыңмы әллә, тип һорағас, арыным, тип кенә яуапланы. Ғәйбәт тиҙ таралды. Тиҙҙән бар ҡаласыҡ уның турала төкөрөк сәсте. Бер көндө Танюшка уның менән бергә гараждар артына барыуымды үтенде. Етәкләшеп барҙыҡ. Беҙ унда кемделер оҙаҡ көтөп торҙоҡ. Танюшканың йөҙө көйәләнеүҙән ҡарайып, күҙҙәре төпкә батҡайны. Шул бәндә килде һәм апайым миңә, ситтәрәк йөрөп тор, тине. Ҡороп ҡалғыр бәндәнең, һин үҙең ғәйепле, шалава, тигәнен ишеткәндә, әллә ни алыҫ та китмәй, ҡулымдағы сыбығым менән тупраҡта йондоҙҙар эшләй инем. Йүгереп килеп, уға ырғыным, битен, ҡулдарын тырнаным. Апайымды илатҡаны, ҡайғырырға мәжбүр иткәне өсөн ошо ҡулдарым менән уны үлтерергә әҙер инем. Әммә ул беҙҙе алама һүҙҙәре менән ҡойондора-ҡойондора, юлындағы кәнсир ҡалайҙы тибеп осороп, имен-һау китеп барҙы. Йөҙөнә мәйет төҫө ингән апайым миңә, ҡайт, тине. Һинһеҙ ҡайтмайым, тип арҡырыландым. Саҡ ҡына тороп торам да, ҡайтырмын, тип ышандырҙы. Балалығыма барып, ышандым. Артыма ҡарай-ҡарай өйгә юлландым. Ә ул ҡайтманы! Йәшле моңһоу күҙҙәрен ҙур асып гараждар артында тороп ҡалды. Йәһәннәм булған икән ул ҡараштарҙа. Танюшканы беҙ төнө буйы эҙләнек. Иртән осраҡлы юлаусылар уға йылға ярында юлыҡты – апаҡайым ҡаянан ташланғайны... Танюшкабыҙҙы ябыҡ табутта атайымдың тыуған ауылына алып ҡайтып ерләнек. Бер айҙан ғаиләбеҙ менән ул ҡаласыҡтан күсендек.
Мин Аркадьевнаны иғтибар менән тыңлап, улар кисергән фажиғәне кинокадрҙар кеүек итеп күҙ алдынан үткәрҙем: киләсәккә өмөт менән баҡҡан асыҡ ҡарашлы 18 йәшлек һылыу ҡыҙҙы күрҙем; нәфсеһенә һәм теленә баш була алмаған хәшәрәттең йөҙөн сырамытырға маташтым; бала ҡайғыһынан мең киҫәккә ярылып, юғалып ҡалған ата-әсәйҙең һыҙланыуҙарын тойғандай булдым; апаһын ер ҡуйынына оҙатҡандан һуң ғүмерлеккә ир затына ышанысын юғалтҡан 14 йәшлек үҫмер ҡыҙҙы йәлләнем...
Шул көндө Тамара Аркадьевна мине оҙатырға сыҡҡанда, ант биргәндәй тантаналы рәүештә ҡосаҡланы:
- Бынан ары һиңә ниндәй ярҙам кәрәк – һора ла ҡуй! Минең шундай бәйләнештәрем бар – һинең төшөңә лә ингәне юҡ!
Бәйләнештәрҙең ҡайҙан икәнлеген аңлар өсөн артыҡ аҡыл кәрәкмәй – иң юғары креслоларҙа ултырған ирҙәр ҙә тәжрибәле андрологтың ярҙамына мохтаж. Ләкин мин әхирәтемдең изгелеге, киң күңеллеге менән бер ваҡытта ла файҙаланманым. Бәләкәй саҡтан проблемаларымды үҙ аллы хәл итергә өйрәнгәнмен. Шулай йәшәүе еңелерәк. Һин дә бер кемгә лә бурыслы түгел, һине лә бер кем дә йомошлай алмай. Ғаилә хәлдәрем арҡаһында баш ҡаланы ташлап ҡайтып киткәнемдә, Тамара Аркадьевна ныҡ ҡайғырҙы. Мин уны, ваҡытлыса ғына бит, тип йыуаттым, әммә хәҙер асыҡланыуынса, бөтөнләйгәлер. Инде бер-беребеҙҙән алыҫ йәшәһәк тә, аралашыуҙан туҡтаманыҡ. Мин уға йыш ҡына ҡунаҡҡа барып, ғәҙәтемсә маникюр һәм педикюр яһаным. Ул мине күргән һайын бәләкәй бала кеүек ҡыуана, һөйләп хәбәре бөтмәй, алдыма ни ҡуйып, ни ашатырға белмәй китә. Әйткәндәй, минең бәләләр кешеләргә артыҡ ышаныусанлығымдан тыуып торһа, Тамара Аркадьевнаның проблемаһы икенселә ине – ул бер ваҡытта ла һис кемгә лә ышанмай. Минән башҡа. Ләкин хатта уға ла асылып, һеңлемә ҡағылышлы мәрхәмәтһеҙ пландарым менән бүлешә алманым.
- Алло! Һин мине ишетәһеңме ул? – Тамара Аркадьевнаның ҡаштары нисек төйөлгәнен күҙаллап, яуаплай һалдым:
- Эйе, эйе, ишетәм, Аркадьевна!
- Хәлдәрегеҙ нисек, тип һорайым даһа?
- Аллаға шөкөр, бөтә яҡшы.
- Дарыуҙар менән проблемаларығыҙ юҡмы? Кәрәк булһа, беләһең дә инде, ер аҫтынан булһа ла, табып бирәм.
- Рәхмәт, кәрәкмәй, бөтә бар.
- Ҡәҙерлем, һин үҙеңә үҙең оҡшамағанһың, әйт, ни булды? Бәлки, бүлешерһең?
Мин уға бөтә һөйләр ҙә инем... Мәҫәлән, нисек итеп төн уртаһында түҙгеһеҙ ауыртыуҙарҙан һеңлемдең күҙенән йәштәре атылып сығыуын. Мин һикереп тороп, йоҡо аралаш ашығып, шприцтың энәһен һөйәгенә тиклем ҡаҙаным да ҡуйҙым, һәм, күрәһең, нервыһына ла эләктем – йөрәккәсем шунда уҡ иренен тешләне. Бер секундҡа ғына тешләнде лә, шунда уҡ йәш аралаш миңә йылмайырға итте, әммә мин уның ғазабын күреп ҡалырға өлгөрҙөм бит! Һәм ғазап өҫтәүем өсөн үҙемде миллион тешләмдәргә йолҡҡосланым.
Һәр инъекция - тәнен тишеп ауырттырғаным өсөн ғәфү үтенгәнемде, укол яһаған һайын йөрәгемдә яралар өҫтәлгәнен дә һөйләр инем.
Нисек итеп матурымдың бер аҙна элек саҡ телдән яҙмауы хаҡында ла берәйһе менән бүлешер инем. Беҙ уның менән сериал ҡарап ята инек, бер мәлдә һеңлем миңә табан башын борҙо ла ниҙер әйтергә уҡталды. Әммә әйтә алманы! Ҡото осоуҙан уның күҙҙәре төпһөҙгә әйләнде... Терһәгенә таянып торҙо, йыш-йыш тын алды. Ҡурҡыу тулы ҡараштары йәнемде тетрәндерҙе. Мин дә хәтәр ныҡ ҡурҡтым, ҡотом алынды. Эстән генә көсһөҙлөктән аҡырҙым, әммә күҙҙәрҙе асалаҡ-йомалаҡ иткәс, үҙемде ҡулға алдым. Мөмкин тиклем алсағыраҡ йылмайып, һеңлемдең ҡулдарынан тотоп, күҙҙәренә тура ҡараным: “Бөтә яҡшы, Алешка! Хәҙер үтә ул. Әйҙә, яйыраҡ һәм тәрән итеп тын алайыҡ. Бергә...” Уның миңә булған ышанысы сикһеҙ ине – мине тыңланы, телмәре кире ҡайтты. Биш минуттан мин шаярта ла башланым: “Ҡарале, әгәр һинең әйтер һүҙең булһа, хәҙер әйтеп ҡал, мало ли...” Эштең ниҙә икәнен һүҙһеҙ ҙә аңланыҡ, иң ҡурҡыныс шиктәребеҙҙең тормошҡа ашмауын теләнек. Тик улар кисәге КТ-ла раҫланды...
Аңлаған йәнгә көнөнә ҡырҡ тапҡыр душ төшөүемде - битемә бәргән һыу тамсылары аҫтында ярҙам итә алмауыма, көсһөҙлөгөмә әрнеп, өнһөҙ илауымды ла һөйләр инем. Ваннанан мин һис бер ни булмағандай йылмайып, йырлап-көйләп килеп сығам, һәм ваҡытһыҙ уянған һеңлемә, душ аҫтында минең гелән ҡан баҫымым күтәрелә, шунлыҡтан күҙҙәрем ҡыҙара, тип аңлатам. Ул ғәҙәттә мине үҙенә тарта ла, еүеш сәстәремдән һыйпап, барыһы ла яҡшы булыр, апай, илама, тип йыуата... Мин иламайым. Тик күҙ йәштәрем йылға булып аға ла китә, аға ла китә шул.
Аркадьевнаға нисек итеп бөтә нәмәне шаяртыуға борғанымды ла һөйләр инем: туғанҡайымды йөрөгәндә сайҡалта һәм мин уны һаҡ ҡына биленән тотоп алып, бөтә ишектәрҙең дә яңаҡтарын билдәләп үттең бит инде, тип яратып шелтәләйем. Һеңлемде “Бухенвальд әсиркәйем”, “нескә генә вешалочкам”, “минең үтә күренмәле принцессам” тип атағанымды ла табип әхирәтемдән йәшермәҫ инем. Алешканың ашай алмағанын, хатта бер тамсы һыуҙан да аҡтарып ҡоҫоуын һөйләр инем. Тыны саҡ ҡына рәтләнеү менән мин көлкөлө хәлдәрҙе һөйләй-һөйләй, ихласлап көлөп, алма кимерә башлайым да, бер нәҙек кенә киҫәген уға һиҙҙермәҫтән генә ҡаптырып ебәрәм. Ул шуны ниндәйҙер тылсым менән эҙемтәһеҙ йота ала. Иптәшкә көлә лә алмай ул, күңелем булһын өсөн йылмая ғына. Беҙ икебеҙ ҙә ролдәребеҙҙе артистарҙан кәм уйнамайбыҙ... Аркадьевна, минең һөйләгәндәрҙе тыңлап, ҡоҫоуға ҡаршы дарыу эсергә кәңәш итер ине, тик беҙгә бер ниндәй ҙә препараттар ярҙам итмәй шул! Бер нимә лә ярҙам итмәй. Бөтөнләй бер нимә лә. Шуға ла мин трубкаға йылмайҙым:
- Ҡәҙерле Тамара Аркадьевна, бөтә яҡшы! Мин киттем, йәме, бутҡа бешерергә кәрәк!
- Иди, иди, с Богом. Если что, шылтырат.
Мин бер кемгә лә шылтыратырға йыйынманым. Мин үлтерергә һәм үлергә йыйындым.
Сөнки ҡәһәр төшкөр рак беҙгә бер өмөт тә, форсат та ҡалдырманы. Ул, юлында осраған бар нәмәне ашап, эстән бөтә фронттар буйынса һөжүм итте. Рак күҙәнәктәре һөйәктәрҙе, йөрәктән башҡа бөтә мөһим органдарҙы ла баҫып алды. Туғанҡайымдың бахыр йөрәккенәһе батырҙарса тырышып-тырышып, ҡай саҡ ритмдан тайпылып: йә ҡоторғандай тибеп, йә саҡ-саҡ һиҙелерлек һуғып, ҡанды тамырҙар буйлап ҡыуҙы. Һәм нисек кенә үкенесле яңғырамаһын, ауырыуҙы артабан таратты. Ҡәбәхәт дошман мейегә лә барып етте, шунан үҙенең имәнес һәрмәүестәрен бар яҡҡа һуҙып, төп штабта нығынды. Кисә табип контрастлы компьютер томографияһы һөҙөмтәләрен күреп, шаҡ ҡатты:
- Нисек?! Нисек ул бындай шештәр менән йәшәй? Нисек ул үҙ аллы йөрөй, тын ала, һөйләшә, күрә, үҙ аңында ҡала бирә?! Уның бит башында бер тере ере юҡ...
Башында ғына түгел, бер ҡайҙа ла тере урын ҡалмағайны. Алешкамдың аяуһыҙ яҙмыштың йоҙроҡлап дөмбәҫләүенә бирешмәй йәшәүе – үҙе мөғжизә ине. Һәр көн, һәр тын алышы уның мөғжизә ине.
Мин табипҡа аяныслы йылмайып, һеңлем янына сыҡтым. Ул компьютер томографияһынан һуң кейенергә лә өлгөргәйне. Үтәләй йәнемә ҡараған күҙҙәренән ҡарашымды ситкә алманым:
- Ну, ул тиклем хәлдәр хөрт тә түгел, һеңлем. Мин көткәндән, әйтәйек, хатта яҡшыраҡ та.
- Бер ни әйтмәһәң дә була, апай, - Алешка мине йомшаҡ ҡына бүлдерҙе. – Мин барыһын да аңлайым.
Беҙ бинанан сыҡҡанда, аҡ халатлы ир тәҙрә төбөндә тороп, ҡарашы менән беҙҙе оҙатты. Йәшәүенең сере нимәлә һуң, тип баш ватты, шикелле. Беҙҙең ниндәй тамуҡта йәшәгәнде ул ҡайҙан белһең. Ҡайһы бер көндәрҙә мин һеңлемә ҡағыла ла, ҡосаҡлай ҙа алмайым – уның бар тәне шул тиклем ауырта, күҙенән түгелгән йәштәре, гүйә ҡан ҡатыш ағыла, ҡысҡырып ебәрмәҫ өсөн ул ирендәрен тешләй ҙә, түҙгеһеҙ ауыртыуҙан иҫен юя. Бер дарыу ҙа ауыртыуын баҫа алмай. Сир уның йөрәген аҡтарып сығара. Минең сыҙам яугирым көнөнә мең тапҡыр өнһөҙ килеш башындағы, һөйәктәрендәге ауыртыуҙарҙан үлә һәм терелә. Ул мәлдәрҙә уның менән бергә мин дә мең ҡат үлеп, көскә тереләм.
Ә бөгөн яҙмышты үҙ ҡулыма алыр ваҡыт етте – мин башҡаса был язаларҙы, дүрт йыл дауам иткән ғазаптарҙы күтәрә алмайым.
Туғанымды үлтереү ысулы тураһындағы ҡарар үҙенән-үҙе тыуҙы: уның баш аҫтындағы мендәрҙе хәстәр менән рәтләп, тағы бер бәләкәйерәк мендәрҙе килтерҙем. Һәм бына ул, мәсьәләнең сиселеше! Әлбиттә, мин уны йоҡлағанында мендәр менән баҫып үлтерәм дә, ваннала үҙемдең веналарҙы ҡырҡам! Ваннаға һыу йыйылған арала матур итеп буяндым да, иң ҡыйбатлы эске кейемдәрҙе кейеп, көҙгө ҡаршыһына баҫтым. Бер аҙ үҙемә ҡарап торғас, сәстәремде ялбыраттым. Был селтәр ап-аҡ комплектта мин күҙ алғыһыҙ сибәр инем! Туфли ҙа кейгәндә ине лә, тик ваннала һыу эсендә аяҡ кейемендә ятып булмаҫ...
Үҙ-үҙемә һоҡланып ҡарап тора биргәс, нимәгә әҙерләнгәнемде иҫләп, маңлайыма һуҡтым: ну, нисек итеп ап-аҡ кейемдә үләһең?! Ул бит ҡанға буялып, бысраҡ төҫкә инәсәк. Ҡара комплектты сығарырға тура килде. Аҡ төҫ кеүек, ҡара төҫтәге әйберҙәр ҙә миндә күпселектә тәшкил итә. Психологтар, ҡара төҫлө кейемде тәрән депрессиялағы, үҙенә ышанып етмәгән ҡыйыуһыҙҙар һайлай, тиһә лә, минең өсөн ул нәфислек билдәһе, ышыҡ тойғоһон да бирә. Шуға ла ошо гүзәллектә ваннала ятасаҡмын. Ваннаға етерлек һыу, үпкәләргә күберәк һауа-батырлыҡ йыйғас, упҡынға ҡаршы атланым – һеңлемә булған һөйөү хаҡына мин барыһына ла әҙер инем.
Мендәрҙе алып, туғаныма эйелдем. Алешка ҡыбырланы ла, йоҡа юрған аҫтынан аяғын һондо. Күҙем алдында ғына йыш йыуыуҙан төҫө уңған пижамаһының сите күренде.
- Ауыҙыңды ҡайырайым! – тип һүгенеп, мендәрҙе ситкә бәреп ебәрҙем. Нисек төҫө уңған пижамала йоҡлап ятҡан кешене үлтермәк кәрәк?! Бер нисек тә! Был мөмкин түгел!
Һәйбәтерәк берәй нимә юҡмы шунда, тип шкафҡа ташландым. Алешканың әйберҙәрендә эҙләнә генә башлағайным, артымда уның тауышы ишетелде:
- Нимәнелер юғалттыңмы әллә, апай?
Мин, енәйәт өҫтөндә тотолған рецидивист кеүек яй ғына уға табан боролдом. Саҡ ҡына ҡулдарҙы күтәрмәнем инде. Алешка йылмая ине. Уның йылмайыуы шул тиклем наҙлы, эскерһеҙ, йәнеңде ҡояш нурҙары иркәләйме ни! Миндәге бөтә ҡара болоттар күҙ асып йомғансы таралды. Яуапҡа балҡыным:
- Уяндың инде әллә?
- Эйе. Миңә укол эшләйекме?
- Әйҙә.
- Һин берәй ергә йыйынаһыңмы? Эске кейемең шундай матур! Секси.
Мин уның алдында эске кейемдә генә йөрөйөм, имеш. Көлдөм:
- Әйҙә, матурым, укольчик.
Алешка ботон асты:
- Һин свиданиеға бараһыңмы?
- Ҡайҙан... эләккән икән миңә свидание. Мин уның ни икәнен дә онотҡанмын.
- Кем менәндер танышҡайның да һуң...
- Уй, ҡасан булды ул, инде ике ай элек, - инъекция урынын мамыҡ менән ипләп кенә баҫып, ҡул һелтәнем. – Ул миңә шылтыратманы ла.
- Ну и дурак. Ә мендәр менән ни эшләргә йыйынғайның, апай?
Уның һорауы аяҙ көндә йәшен атҡандай яңғыраны. Аңшайып уға төбәлдем. Ул шундай арыған, йонсоған... Мин әүәлдән тик дөрөҫөн генә әйтергә, һөйләргә күнеккәнмен. Алдамағанда инде. Балаларға иһә һис ҡасан ялғанламайым, һорауҙарына тура яуап ҡайтарам. Күптәнән бәлиғ булһа ла, Алешка миңә һәр саҡ бала булып ҡала ине. Һәм хәҙер ошо бала минең ни эшләргә йыйынғанымды белергә теләй.
- ...Үлтерергә. Һине.
Ул ышанмай йылмайҙы:
- Китсәле. Һин хатта себендәрҙе лә шапылдатырға йәлләйһең.
- Ой, минең намыҫта күпме себен һәм серәкәйҙәрҙең булғанын белһәң... Бер сиңерткә лә бар. Мин уны саранча икән тип уйланым. Һаманғаса аяғым менән сытырлауҙы тойғандаймын. Ә йылан үҙе ғәйепле – салғы аҫтынан аңғармаҫтан һикерҙе. Так что, ғәфү ит, тәжрибә етерлек ул миндә.
Алешка күҙҙәрен тултырып миңә ҡараны. Юрған аҫтынан ҡулын сығарып, миңә һуҙҙы. Йылы усынан тотоп, янына ултырҙым.
- Бер ҡасан да өмөтһөҙлөккә бирелмә, апай, - Алешка минән күҙен алманы. – Өмөтһөҙлөк – упҡын. Ҡырынан йөрөмә. Һиндә шул тиклем ҡояш, яҡтылыҡ, йылылыҡ күп. Йәшә. Үтенәм.
Рәхмәтемде аңғартып, усын ҡыҫтым, мендәрен, юрғанын ипләгәс, ваннаға инеп киттем. Батырға, йә веналарҙы ҡырҡырға түгел. Иларға. Инде асыҡтан-асыҡ, үкһеп, һулҡылдап, ҡайғының эсенә тотошлай сумып.
...Ул тын ғына ике аҙнанан китеп барҙы. Донъям һүнде. Бар йыһан ҡараңғылыҡҡа осто. Уның менән бергә үлгәнемә йөҙ процент инанғайным. Ләкин иҫән ҡалдым (тормош кәрттәре ҡалай ятһа ла, тере ҡаласаҡмын, тигән һүҙем бар ул минең). Әле янымда сабыйым мыршылдай – мин уны Алешкамдың китеүенән һуң ете ай үткәс таптым: берҙән-бер "ниочемский" свидание мине ҡараңғылыҡтан һөйрәп сығарыр өсөн, киләсәгемде хәстәрләгән Юғары Көстәр тарафынан ойошторолған сара булды, ахыры. Мин, хас та утыҙ йыл элек кеүек, аҡ ҡына, йомро ғына, кескәй генә йоҙроҡло, алһыу табанлы бәпесемә ҡарап, уның йөҙөндә һеңлемде күрәм. Үҙемдең Алешкамды.
Бик тә ваҡытһыҙ телефон тырылданы.
- Алло?
- Үәт, исмаһам, маладис, ниһайәт, дөрөҫ яуапланың! Нисек һеҙ унда? – ҡолағымда Тамара Аркадьевнаның шат тауышы гөрһөлдәне.
- Бөтә яҡшы! Тормош дауам итә! – һыҙланыуҙарымды йәшерергә мин Алешкамдан өйрәндем.
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: