Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
26 Май 2022, 15:33

Таныҡлыҡ эшләп бирәм, тип алдаған...

-

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы ете көндә районда 147 хәл-ваҡиға булған, шуның 18-е криминаль характерға эйә. Урлыҡ – 7, кеше туҡмау – 5, кеше мөлкәтен емереп инеп урлау, кредит ойошмаһынан займ алып түләмәгән осраҡтар бар. Бер егет водитель таныҡлығы эшләтеүҙә һәм МТЗ-82 тракторын алып биреүҙә ярҙам күрһәтәм, тигән алдыҡ юл менән 200 мең һум аҡса үҙләштергән. Үзбәкстандан килгән 7 граждандың фиктив рәүештә теркәлеү үтеүе факты асыҡланған.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 82 осраҡ теркәлгән. 6 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 5 водитель тотолған, шуларҙың береһе ҡайтанан эләккән.

 

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: