Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
18 Февраль 2022, 08:37

Эттәр харап итте ҡыҙ баланы!

Уның баш мейеһен өҙгөләгәндәр... Тулыраҡ:

Ҡот осмалы хәл Силәбе өлкәһендә теркәлгән. Мәктәптән ҡайтып килгән 11 йәшлек ҡыҙ балаға эттәр өйөрө ташлана. Уның баш тиреһен әйләндереп сығаралар, аяҡ-ҡулдарын тешләйҙәр, ҡанға бата. Ярай ҙа әле күршеләре килеп ҡотҡара. Ҡыҙыҡайҙың әсәйе хәбәр итеүенсә, талаған эттәрҙең күбеһендә чиптары бар. "Эттәр ас, улар хәҙер кешеләргә ташлана. Күпме тапҡыр хакимиәткә хәбәр иттек, файҙаһы юҡ", - ти.

Ҡыҙыҡай Силәбе өлкәһендәге балалар дауаханаһында ята. Хәле ауыр. 

Тәфтиш комитеты тикшереү эше башлаған, енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ҡасанға тиклем эттәр кешеләргә һөжүм итеүҙән туҡтар? 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: