Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
9 Февраль 2022, 10:16

Күп йылдар өс ҡыҙын да көсләгән!

-

Атай кеше күп йылдар үҙенең өс ҡыҙын да енси бәйләнешкә инергә мәжбүр иткән, йәғни уларҙы көсләгән булған. Бер ҡыҙы 5-се класта уҡыған саҡта көсләй. Икенсеһе лә балиғ булмаған була. Өсөнсөһө, иң өлкәне, судта атаһы ҡулға алынғанға ҡәҙәр был хәлдең дауам иткәнен белдерә. Бындай ҡот осмалы хәл күп йылдар дауам иткән була. Ләкин әле генә ул билдәле була. Буласаҡ кейәүе атаһы менән кәләшенең һөйләшкәнен ишетеп ҡала. Әсәһе лә был хаҡта бөтөнләй белмәгән. 

Суд барышында ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымай. Ләкин суд ҡыҙҙарының күрһәтмәләре, эксперттарҙың биргән һығымтаһына таянып, педофилде ғүмерлеккә төрмәгә ултыртырға тигән ҡарар сығара.

Был хәл Ҡаҙағстандың Шымкент тигән ҡалаһында булған.

Ҡот осмалы хәл. Ғәҙел хөкөм!


Сығанаҡ: Яңылыҡтар лентаһы.

Күп йылдар өс ҡыҙын да көсләгән!
Күп йылдар өс ҡыҙын да көсләгән!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: