Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
28 Ғинуар 2022, 09:30

Бер аҙнала 7 иҫерек водитель тотолған!

Баймаҡта...

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәт буйынса, һуңғы ете көн эсендә 122 хәл-ваҡиға булған, шуның 13-ө криминаль характерға эйә. Урлыҡ, кеше туҡмау осраҡтары бар. Һуңғы ваҡытта аҡса урлауға бәйле мутлашыу (водитель таныҡлығы эшләтеп биреү, банк картаһы аша, законһыҙ рәүештә пособия алыу) арта. Кеше ҡулынан аҡсаһын тартып алып киткән осраҡтар ҙа бар. “Финико” инвестиция компанияһына 385 мең һум аҡсаһын һалған берәү ойоштороусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорап ғариза яҙған. Шулай уҡ телефондар ҙа юғала. 24 ғинуарҙа һунарсылар рөхсәтһеҙ мышы атып алған. 25 ғинуарҙа бысаҡ менән сәнселгән берәү дауахананың реанимация бүлегендә йән бирә. Баймаҡ ҡалаһындағы бер фатирҙа 100-ҙән ашыу төрлө калибрлы патрон һәм сигнал биреү пистолеты тартып алынған.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл-хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 113     осраҡ теркәлгән. 8 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 7 водитель тотолған, шуларҙың береһе ҡайтанан эләккән.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: