Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
21 Ғинуар 2022, 19:12

Ғинуарҙан ниндәй закондар үҙ көсөнә инде?

Законды белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай. Быларҙы беҙ белергә тейешбеҙ. 

Ниндәй закондар ғәмәлгә инде? 

 

Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге быйыл ғинуарҙа ғәмәлгә ингән закондар буйынса аңлатмалар әҙерләне. 

 

1 ғинуарҙан автомобиль һәм мотоцикл хужаларына техник күҙәтеү үтергә һәм ОСАГО полисын рәсмиләштереү һәм юлға сығыу өсөн диагностика картаһын алырға кәрәкмәйәсәк. Дүрт йыл элек һатып алынған транспорт сараһын иҫәпкә ҡуйырға кәрәк булған осраҡта, техник күҙәтеү мәжбүри буласаҡ. Бынан тыш, конструкцияны үҙгәрткәндә йәки төп агрегаттарҙы алыштырғанда, был процедура мәжбүри булып ҡаласаҡ. Шулай уҡ такси автобус һәм йөк машиналары өсөн техник күҙәтеү, йыл һайын мотлаҡ. 

 

* “Больничныйҙар” электрон тәртиптә буласаҡ. Улар инде бындай рәүештә былай ҙа әүҙем ҡулланыла ине, әммә быйыл инде электрон форма берҙән-бер формат буласаҡ. Яңы форматтағы документҡа табиптар, электрон ҡултамға ҡуйып, Социаль страховка фондына ебәрәсәк. 1 ғинуарҙан башлап барлыҡ эш биреүселәр Социаль страховка фондының электрон документтар әйләнеше системаһына ҡушылырға тейеш булғанға күрә, Фонд эш биреүсе менән туранан-тура аралаша аласаҡ һәм хеҙмәткә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ электрон ҡағыҙының асылыуы, оҙайтылыуы йә иһә ябылыуы тураһында хәбәр итәсәк. 

 

* Өс йәшкә тиклемге балалар өсөн пособие түләү үҙгәрәсәк. Беренсе һәм икенсе балаға ай һайын бирелә торған түләүҙе өс йәшкә тиклем алған ғаиләләр һаны артасаҡ. Әгәр ҙә ғаиләнең йән башына уртаса килеме төбәктә эшкә яраҡлы халыҡ өсөн билдәләнгән ике йәшәү минимумынан кәмерәк булһа, түләү ҡаралған. 

 

Әсәлек капиталының күләме арта: 1ғинуарҙан Әсәлек капиталы фараз буйынса түгел, ә факттағы инфляция буйынса индексацияланасаҡ. Уның күләме йыл һайын 1 февралдә яңынан ҡараласаҡ. 

 

* Пенсия билдәләү. Инвалидлыҡ буйынса страховка һәм социаль пенсиялар, шулай уҡ мәшғүллек үҙәге тарафынан билдәләнгән пенсиялар граждандың ғаризаһынан тыш түләнәсәк. 

 

* Социаль селтәрҙәр Рәсәйҙә филиалдар асырға мәжбүр буласаҡ. 1 ғинуарҙан сит ил IT-компанияларын тәүлек аудитория менән 500 меңдән ашыу ҡулланыусыны Рәсәйҙә вәкиллек йәки вәкәләтле юридик берәмек асырға мәжбүр итә торған закон үҙ көсөнә инә. Компанияларҙың теүәл исемлеге “Роскомнадзор” тарафынан төҙөлә, әммә уға инде 13 компания ингән, улар араһында Google, Apple, Meta Platforms, Twitter, TikTok, Telegram һәм башҡалар бар. 

 

Һалым түләүе 2022 йылдың 1 ғинуарынан сарыф ителгән суммаларға ҡулланыласаҡ, йәғни аҡсалата ҡайтарыуҙы 2023 йылда алырға мөмкин буласаҡ, ләкин чектар һәм килешеүҙәрҙе яңы йыл еткәнсе һаҡларға кәрәк. Түләүҙе үҙеңә генә түгел, 18 йәшкә тиклемге балаларға ла алырға мөмкин. 

 

* Хайуандарҙы яҡлау. Лицензияһыҙ эшмәкәрлек алып барыусы зоопарктар, цирктар, зоотеатрҙар, дельфинарийҙар һәм океанариумдарҙың эше быйыл тыйыласаҡ. Был хайуандарҙы, йәнлектәрҙе тейешле шарттарҙа тоторға мөмкинлек бирәсәк.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: