+21 °С
Облачно
Алтай крайында кемдер ҡырҙа йөрөгән 53 атты атып үлтергән! Улар үҙҙәре генә йөрөгән. Хужаһы ваҡыты-ваҡыты менән килеп ҡарап торған. Ләкин һуңғы ваҡытта томан булыу сәбәпле, ул аттарына бара алмаған. Бер көндө уға шылтыратып аттарының үлтерелеүе хаҡында әйткәндәр.
"Әҙәм аҡтығы... Хатта фашистар ҙа ундай аҙымға бармаҫ ине", - тип рәнйеп һөйләй аттарҙың хужаһы. Уға 5 миллион һумлыҡ зыян килгән. Был эш буйынса тикшереү башланған.
Ҡыҙғаныс хәл. Аттар йәл.
Фото видеонан скирн.