Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
10 Ғинуар 2022, 16:45

470 мең һум кредит юллап биргән...

-

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 198 хәл-ваҡиға булған, шуның 14 криминаль характерға эйә. Кеше туҡмау (9), урлыҡ (4), кеше мөлкәтен емереү (2) осраҡтары теркәлгән. Моҡас ауылында бер баш йылҡы, ә Бетерә ауылында өс баш быҙау юғалған. Мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгеүселәр ҙә бар: улар берәүҙән телефон аша 470 мең һум кредит юллатып, үҙ иҫәптәренә күсерткән.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 206 осраҡ теркәлгән. 22 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 14 водитель тотолған, шуларҙың икәүһе ҡабаттан эләккән.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: