+15 °С
Облачно
Баймаҡ кешеһе ете йылға иркенән мәхрүм ителде
Ағымдағы йылдың авгусында ҡаланың бер кафеһы эргәһендә ҙур фажиғә теркәлә. Төнгө сәғәттәрҙә кафенан сыҡҡан бер иргә эргәһенән үтеп барған берәүҙең уға ҡарата насар һүҙ әйткән кеүек тойола. Айышына төшөнмәй, уны яурыны менән этеп ебәрә. Һөҙөмтәлә ике ир араһында ызғыш сыға. Ғәйепләнеүсе икенсеһенең битенә усы менән һуғып ебәрә һәм ул ҡолап китеп, һушын юғалта. Дауаханаға килтерелгәс, сәғәт ярымдан уның ғүмере өҙөлә.
Баймаҡ районы суды кеше үлтереүсене ете йылға ҡаты режимлы колониға ебәрергә, тигән ҡарар сығарҙы.
Фото интернеттан алынды.