+23 °С
Дождь
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 45 йәшлек кеше үлтереүсегә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул 2007 йылда һәм 13 йылдан һуң тағы ла бер ҡатын-ҡыҙҙы үлтергән һәм уларҙың кәүҙәләрен тураҡлап, төрлө ергә йәшергән. Уның әйтеүенсә, тәүҙә уларҙың ғүмерен алырға уйламаған. Тәүгеһе ныҡ ҡына ҡаршылыҡ күрһәткән, ә икенсеһе һуғыуҙан ҡаты бәрелә һәм вафат була. Тәфтишселәрҙең: "Ни өсөн кәүҙәләрен тураның", - тигән һорауға ул: "Ҡуҡтым", - тип яуап биргән. Был әҙәм аҡтығы үҙе үлтергән ҡатын-ҡыҙҙарҙың кәүҙәләрен ҡайҙа йәшергәнен күрһәтеп биргән. "Береһенең башы һәм кәүҙәһенең тағы бер нисә өлөшө ҡырмыҫҡалар ояһында", - тип белдергән.
Ғазралил 20 йыл ғүмерен төрмәлә уҙғарасаҡ.
Сығанаҡ: ГТРК «Башкортостан», КП-Уфа