Хоҡуҡ һаҡлау
14 Декабря 2021, 03:30

Телефонын зарядкаға ҡуйып, унда уйнауын дауам иткән 10 йәшлек малайҙы ток һуҡҡан

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

Телефонын зарядкаға ҡуйып, унда уйнауын дауам иткән 10 йәшлек малайҙы ток һуҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡарып ҡала алмағандар. Ни сәбәптәндер, заряд йыйыусы ҡоролма 12 вольт урынына 220 вольтты үткәргән. Һөҙөмтәл, малайҙы ток һуға, тип хәбәр итә Тольятти24 матбуғаты. Бәлки, ул тере ҡалған да булыр ине. Әммә ул икенсе буш ҡулы менән торбаға йәбешеп өлгөрә.

Был хәл Пермь ҡалаһында булған. Балаҡайҙың үлем сәбәбен РФ-тың Тәфтиш органдары шөғөлләнә. 

Фото интернеттан алынды. 

 

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас