Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
14 Декабря 2021, 06:45

14 йәшлек ҡыҙҙы 40 мең долларға һатырға уйлағандар...

-

Ҡытайҙың Нинся-Хуэй районы Чжунни өйәҙендә полицейскийҙар 14 йәшлек ҡыҙҙың туйын өҙгән. Туй барышында полиция саҡыртып ул үҙенең ризалығынан тыш кейәүгә сығырға мәжбүр итәләр, тип белдергән. һөҙөмтәлә хлҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәренә туйҙы туҡтатырға тура килгән. Сөнки Ҡытайҙа ир-егеттәргә 22 йәштән, ә ҡыҙҙарға 20 йәштән никахлашырға рөхсәт ителә. Әммә был законды боҙған өсөн яуаплылыҡ ҡаралмаған. Үҫмер ҡыҙҙың ата-әсәләре ҡыҙ өсөн бирнәгә 40 мең доллар (беҙҙҙеңсә 2.9 миллион һум тирәһе) һораған булған. Ул аҡсаға ҡыҙыҡайға  биҙәүестәр алып өлгөргән булғандар. Шулай ҙа кейәүгә уны тулыһынса кире бирергә тура килгән. Ә ҡыҙыҡайҙы ата-әсәһенә ҡайтарғандар.  

 

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас