Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
30 Ноября 2021, 09:25

2-се класс уҡыусылары һәләк булған

-

Ҡар ышыртыусы поезд юл киҫелешендә уҡытыусыһы менән уҡыусыларға барып бәрелгән. Уҡытыусы дәрестән һуң уҡыусыларын өйҙәренә таратып йөрөгән булған. 2-се класта уҡыған өс бала шунда уҡ йән биргән. Водитель һәм тағы ла бер уҡыусы ауыр хәлдә дауаханаға килтерелгән. Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә водитель-уҡытыусы тыйылған билдә аҫтында тимер юлды үтергә маташҡан. Был ҡот осҡос хәл Алтай өлкәһендә теркәлгән. 

Һәләк булған балаларҙың ата-әсәләренең, яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.

Сығанаҡ: "Срочные новости".

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас