Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
29 Ноябрь 2021, 15:20

Бысаҡ менән сәнскән!..

-

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 112 хәл-ваҡиға булған, шуның 11 криминаль характерға эйә.

Билдәһеҙ кеше Баймаҡ кешеһенең ”Тинькофф” картаһынан 101 мең һум аҡсаһын урлаған. Йомаштан берәү Сәйғәфәр кешеһенә бысаҡ менән сәнскән. Берәүҙең өйөнән 5,6 калибрлы патрондар тартып алынған. Ҡаланың “Башкирия” кафеһы эргәһендә туҡмалыуҙан ҡабырғалары һынған бер ир кеше дауаханаға оҙатылған.

Административ хоҡуҡ боҙоу (25 осраҡ), урлыҡ, үлтереү менән янау, ваҡиғалары бар. Йәмәғәт урындарында иҫерек килеш тәртип боҙоу (9), “Битлек” режимын боҙоу (3), ата-әсәлек бурысты үтәмәү осраҡтары теркәлгән.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 147 осраҡ теркәлгән. 14 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 4 водитель тотолған, шуларҙың берәүһе – ҡабаттан эләккән.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: