Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
26 Октябрь 2021, 08:32

Ҡәйнәһенә кредит юллаған!

-

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 101 хәл-ваҡиға булған, шуның 9-ы криминаль характерға эйә. Уҙған аҙнала административ хоҡуҡ боҙоу, йәмәғәт урынында иҫерек йөрөү, кеше туҡмау, урлыҡ, банк картаһынан аҡса урлау осраҡтары бар. Һыйыр һәм йылҡы малдары юғалған. Телефондарҙы урлау осраҡтары арта. 15 йәшлек бер ҡыҙҙы көсләү факты теркәлгән. Бер кеше хәбәрһеҙ юғалған. Килене ҡәйнәһенең паспорт мәғлүмәттәрен алып, банктан 30 мең һумлыҡ кредит юллаған. Был ҡырын эш ҡәйнә кешенең хоҡуҡ һаҡлау органына ғариза яҙғас ҡына асыҡланған.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 147 осраҡ теркәлгән. 7 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 13 водитель тотолған, шуларҙың береһе – ҡабаттан эләккән.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: