Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
20 Октября 2021, 04:05

Тәгәрмәстәрҙе алыштырырға ашығығыҙ!

-

Добавить в предпочтительные источники Google

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығы йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡы комплектҡа алыштырырға ваҡыт, тип иҫкәртә.

Был Башҡортостанда көн торошоноң боҙолоуы менән аңлатыла. Бөгөн ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә, кискеһен юлдарҙың айырым урындарында боҙлауыҡ ятасаҡ, тиҙлеге секундын 18 метрға еткән киҫкен ел көтөлә. Ҡайһы бер урындарҙа 1-2 саҡрым арала күреү мөмкинлеге кәмейәсәк. Ямғыр ҡар ҡатыш ямғырға күсәсәк, кискеһен юлдарҙа боҙлауыҡ күҙаллана. Һауа температураһы төндә -2,+3, көндөҙ +2,+7 градусҡа етәсәк.

Автор:Лилия Такаева