Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
7 Октябрь 2021, 14:50

Улын тереләй яндырған ҡатын...

15 йыл төрмәлә ултырасаҡ.

Курск ҡалаһында балаһын тереләй яндырып үлтергән ҡатындың эше ҡаралды. Уны 15 йылға колонияғы ебәреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Судҡа ҡатындың атаһы ғына килә. Ул был хәлдән һуң ҡыҙынан баш тартмаған берҙән-бер кеше була. 

Был ҡот осҡос хәл быйыл мартта була. Анастасия Баулина уҡыусы улын нисек үлтереүе хаҡында тыныс ҡына һөйләй. Белдереүенсә, ул үҙ ғәйебен таныған һәм улын ҡурҡытырға ғына теләүен белдергән. Ә шулай ҙа ул үҙенә бирелгән һуңғы һүҙҙә язаның йомшағырағын биреүҙәрен үтенгән. 

Анастасия Баулина икенсе класта уҡыған улының тыңламауын һәм урынына ултыртыр өсөн генә ҡыланғанын аңлата. Улы канистрҙа һыу булыуын әйтә. Әсәһе хәҙер быны тикшерәсәген белдерә һәм бензинды улының өҫтөнә һибә. Тәүге өс шырпы янмай, бары тик дүртенсеһе генә тоҡана. Улының кофтаһы янып китә. Баланың ҡысҡырған тауышын өйҙәге үгәй атаһы ла ишетеп йүгереп сыға. Утты ҡыу, ҡар һибеп һүндерергә теләйҙәр. Малайҙың 60 процент тәне яна. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уны дауаханала ла ҡотҡара алмайҙар. 

Тикшереү эше барышында малай үгәй атаһына әсәһенә күршелә йәшәүсе ирҙең килеп, йоҡо бүлмәһендә бикләнеүҙәре хаҡында һөйләгән була. Әсәһе, бәлки, шул рәүешле улынан үс алырға теләгәндер. 

Анастасия Баулина ике балаһы һәм ире менән шәхси йортта йәшәгән. Социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре балаларҙы ике тапҡыр тартып алған була. Ләкин уларҙы, ата-әсәһе төҙәлгәндер, тип кире ҡайтаралар. Хәҙер иһә Анастасия Баулинаның 13 йәшлек ҡыҙына ҡарата хоҡуҡты мәхрүм итеү тураһында һүҙ алып барыла. Ҡыҙыҡайҙы үҙҙәренә алырға теләүсе ғаилә табылған да инде. 

 Сығанаҡ: https://omet-rb.com/articles/inayat-m-za/2021-10-07/ulyn-terel-y-yandyryp-terg-n-hatyn-kyzny-15-elga-koloniyag-ib-rdel-r-2533943?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35371039

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: