Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
6 Октябрь 2021, 11:20

10 айлыҡ сабый коляскала үлгән

-

Кисә Иглин районында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Ата-әсә эш менән мәшғүл булған, ә 10 айлыҡ бала коляскала ятҡан. Сабый унан сығырға теләгәндер, моғайын, ҡайышҡа сырмаланып үлгән.

Ата-әсә ашығыс ярҙам саҡыртҡан, ләкин табиптар сабыйҙы ҡотҡарып өлгөрмәгән. Ғаилә иҫәптә тормаған, уларҙың тағы бер балаһы бар.

Үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы үткәрелә.

Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: