Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
4 Октябрь 2021, 10:15

Ҡыҙҙары ата-әсәһен үлтерергә теләй...

«Ҡыҙҙары газды өҙгән һәм ата-әсәһенең күҙҙәренә ҡарап: «Өшөһәгеҙ, тиҙерәк үлерһегеҙ» тип әйткән. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Бер ваҡыт мунсала йыуынғандан һуң ныҡ итеп ҡысына башлағандар. Баҡтиһәң, йыуғысҡа стекловата һипкәндәр. Мунса гел асыҡ тора», - тип һөйләй...

Башҡортостанда оло йәштәге ир менән ҡатын үҙҙәренең йортонда өшөп йәшәргә мәжбүр

Быға үҙ ҡыҙҙары сәбәпсе: ул йорттан газды өҙгән. Барыһы ла ҡатын ата-әсәһенән әсәлек капиталын аҡсаға әйләндереүҙе һорағас башланған.

Ләкин һатып алыу килешеүендә бер бүлмә генә түгел, ә участкаһы менән бергә бөтә күсемһеҙ милек күрһәтелгән. Эскерһеҙ ата-әсә документҡа ҡул ҡуйған. Хәҙер милексе - Илзирә Моратова (исеме үҙгәртелде).

Әгәр һатып алыу килешеүенә ышанғанда, ата-әсәнең унда йәшәргә хоҡуғы бар. Хәҙер ғаиләнең туғандары ҡарттарға ярҙам итергә тырыша, ләкин Илзирә сигенергә йыйынмай.

Өй менән бергә Әғзәм Әкрәм улы үҙ ҡулдары менән һалған икмәкхана ла Илзирә ҡулына күскән. Ҡыҙы журналистар менән аралашырға теләмәне. Илзирә ата-әсәһен һыуыҡ йортта йәшәтер алдынан башҡа ысулдар менән дә уларҙың һаулығына зыян килтерергә маташҡан.

«Ҡыҙҙары газды өҙгән һәм ата-әсәһенең күҙҙәренә ҡарап: «Өшөһәгеҙ, тиҙерәк үлерһегеҙ» тип әйткән. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Бер ваҡыт мунсала йыуынғандан һуң ныҡ итеп ҡысына башлағандар. Баҡтиһәң, йыуғысҡа стекловата һипкәндәр. Мунса гел асыҡ тора», - тип һөйләй Әғзәм Моратовтың ҡустыһы Радик Исмәғилев.

Пенсионерҙар йылы биреүҙе һорап газ хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән, ләкин ойошмала милексенең, йәғни Илзирәнең ғаризаһы кәрәк тип яуаплайҙар.

Сығанаҡ: Башҡортостаным - яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас: