Һаҡмар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
1 Октябрь 2021, 14:30

Яҡташыбыҙ Төркмәнстанда 30 йыл ҡоллоҡта булғандан һуң Өфөгә ҡайтҡан

19 йәшлек Гөлбинә Ғилуанова егетенең ата-әсәһе менән танышыу өсөн Төркмәнстанға киткән. Күпмелер ваҡыт ул апаһы Рәшиҙә Судакова менән хатлашып торған, ләкин 90-сы йылдар башында хаттар килеүҙән туҡтаған.Баҡтиһәң...

Яҡташыбыҙ Төркмәнстанда 30 йыл ҡоллоҡта булғандан һуң Өфөгә ҡайтҡан

19 йәшлек Гөлбинә Ғилуанова егетенең ата-әсәһе менән танышыу өсөн Төркмәнстанға киткән. Күпмелер ваҡыт ул апаһы Рәшиҙә Судакова менән хатлашып торған, ләкин 90-сы йылдар башында хаттар килеүҙән туҡтаған.

Баҡтиһәң, йәш ҡыҙ Лепаб ауылында тулыһынса «кейәүе» ҡарамағында ҡалған. Ир уны туҡмаған, сит йорттарҙа иң ауыр эштәрҙе башҡарырға мәжбүр иткән. Тәүҙәрәк өйҙәш ире уға тыуған яғына бәхетле тормош тураһында хаттар яҙырға ҡушҡан.

2020 йылда барыһы ла үҙгәргән. Төркмән ауылында йәшәгән бер ханым яҡташыбыҙҙың бында нисек килеп эләгеүе тураһында белеп ҡалған да социаль селтәрҙә Гөлбинәнең туғандарын эҙләп тапҡан.

Ләкин уны тыуған яҡҡа ҡайтарыу өсөн бер йылдан ашыу ваҡыт талап ителгән. Рәшиҙә Судакова һеңлеһенә ярҙам итергә теләп, бөтә инстанцияларға мөрәжәғәт иткән, әммә үтенестәр яуапһыҙ ҡалған. Шунан ул Радий Хәбировҡа яҙған. Республика етәксеһе Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән бәйләнешкә ингән.

Үҙенең документтарын көткән саҡта Гөлбинә туғандарын ярҙам иткән ғаиләлә йәшәп торған.

Сығанаҡ: Башҡортостаным | яңылыҡтар

Яҡташыбыҙ Төркмәнстанда 30 йыл ҡоллоҡта булғандан һуң Өфөгә ҡайтҡан
Автор: