Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
29 Сентября 2021, 03:47

4 айлыҡ ҡына ҡустыһын ҡотҡарып өлгөргән...

Был йортта 8 бала йәшәгән

Күгәрсен районының Мерәүешле ауылында янғын сыҡҡан, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса матбуғат хеҙмәте.  Был йортта 8 балалы ғаилә йәшәгән. Ләкин ут сыҡҡан ваҡытта өйҙә 2007 һәм 2021 йылғы ике бала үҙҙәре генә була. Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролманың әсе тауышын ишетеү менән уянған ҡыҙ бала 4 айлыҡ ҡына ҡустыһын эләктерә һалып, тышҡа йүгерә. Бәхеткә күрә, янғында ҡорбандар юҡ.

Янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас