Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
13 Сентябрь 2021, 16:35

Иҫеректәр юлға сыға

-

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 180 хәл-ваҡиға булған, шуның 14-е криминаль характерға эйә. 31 административ хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Ата-әсәлек бурысын үтәмәү буйынса 3 осраҡ теркәлгән. Һаҡмар ауылы эргәһендә еңел машина янып китә. Тәү фараз буйынса, ут бушаған тәгәрмәс менән йөрөгәндән сыҡҡан.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 159 осраҡ теркәлгән. 12 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш машина менән идара иткән 13 водитель тотолған. Шундай уҡ хәлдә ҡайтанан руль артынан ултырғаны өсөн таныҡлығынан мәхрүм ителгән 4 кеше эләккән.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: