Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
1 Июль 2021, 10:49

Бала...

5-се ҡаттан ҡолап төшкән һәм...

Өфөлә бишенсе ҡат тәҙрәһенән бала ҡолап төшкән. Был борсоулы хәл Борисоглебск урамының 20-се йортонда булған. Ике йәше лә тулмаған малай тәҙрәһе асыҡ бүлмәлә бер үҙе ҡалған булған. Ул шунда уҡ тәҙрә төбөнә менгән һәм себен-серәкәйҙән һаҡлаған селтәргә таянған һәм күҙ асып йомған арала бала ҙур бейеклектән ергә ҡолаған. Бәхеткә күрә ул тере ҡалған.ю Әлеге ваҡытта дауаханала врачтар күҙәтеүе аҫтында. Был саҡта уның әсәһе бәләкәс бәпесе менән икенсе бүлмәлә булған.
Фото интернеттан.
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас