-9 °С
Болотло
Рязань өлкәһенең Сасово ҡалаһында йәшәгән 26 йәшлек ҡатын 14 йәшлек күршеһен урлаған. Асыҡланыуынса, уны
ҡустыһы менән ул һүҙгә килешкән булған. Ҡатын күршеһен машинаһында кеше йөрөмәгән ергә алып барған. Унда бәлиғ булмаған туғаны ҡыйырһытыусыны туҡмаған.
Был енәйәт өсөн ҡатынды хөкөм итеп, шартлы срок биргәндәр, енәйәт сараһы булған автомобилде конфискациялағандар.
Үҙәк баҫмаларҙан.
Фото интернеттан.