Йәғни бер ниндәй ҙә дәүләт органы ошо сумманан кәм аҡсаны тартып ала алмай, тип билдәләне Дәүләт Думаһының пленар ултырышында депутат Зариф Байғусҡаров.
“Әгәр кеше 14 мең һум пенсия алһа һәм суд ҡарары буйынса бурысы булһа, уның ярты пенсияһын тотоп алып ҡалалар ине. Уға ҡалған ете мең һумға ай буйы йәшәүе бик ҡыйынға төшә, сөнки коммуналь хеҙмәттәрҙе түләргә лә, ашарға ла кәрәк. Был ҡабул ителгән закон, кешенең һуңғы аҡсаһын ҡулға алыуҙы тыйып, мәсьәләне хәл итә”, – тип аңалатты депутат.