Баймаҡ районының Һәмән ауылында йәшәүсе Зәйнәб һәм Марс Нурғәлиндар янғын арҡаһында бер нәмәһеҙ ҡалды!
Хужабикә өйҙә булғанда, хужа тышта эш менән йөрөгән арала соландан башланған уттан көл-күмер генә ултырып ҡалды. Ярай әле Зәйнәб апай ниндәйҙер тауыш ишетеп йүгереп тышҡа сыҡҡан, ут эсенән көскә соландан сығып өлгөргән. Ә эстә ҡалһа? Хатта уйлауы ла ҡурҡыныс! Бер нимәне лә аямаған ут кеше ғүмерен дә алып китер ине. Иң беренселәрҙән булып килеп еткән Билал ауылының янғын һүндереү дружинаһы егеттәре, ауылдаштар, күрше-тирә бар хәленсә өйҙө һаҡлап алып ҡалырға тырышты. Үкенескә ҡаршы, бөгөн Нурғәлиндар өҫтөндәге кейем менән генә урамда тороп ҡалды. Улар өс баланы оло тормош юлына сығарып, һәр береһенә туйҙар үткәреп, үҙҙәре өр-яңынан өй һалып инеп, хаҡлы ялға сығып, үҙҙәре өсөн йәшәй башлағайны. Нимә булып китте һуң был тормошҡа?! Әле бында, әле тегендә янғын тураһында хәбәрҙәр ишетелеп Баймаҡ районының Һәмән ауылында йәшәүсе Зәйнәб һәм Марс Нурғәлиндар янғын арҡаһында бер нәмәһеҙ ҡалды!
Хужабикә өйҙә булғанда, хужа тышта эш менән йөрөгән арала соландан башланған уттан көл-күмер генә ултырып ҡалды. Ярай әле Зәйнәб апай ниндәйҙер тауыш ишетеп йүгереп тышҡа сыҡҡан, ут эсенән көскә соландан сығып өлгөргән. Ә эстә ҡалһа? Хатта уйлауы ла ҡурҡыныс! Бер нимәне лә аямаған ут кеше ғүмерен дә алып китер ине.
Иң беренселәрҙән булып килеп еткән Билал ауылының янғын һүндереү дружинаһы егеттәре, ауылдаштар, күрше-тирә бар хәленсә өйҙө һаҡлап алып ҡалырға тырышты. Үкенескә ҡаршы, бөгөн Нурғәлиндар өҫтөндәге кейем менән генә урамда тороп ҡалды. Улар өс баланы оло тормош юлына сығарып, һәр береһенә туйҙар үткәреп, үҙҙәре өр-яңынан өй һалып инеп, хаҡлы ялға сығып, үҙҙәре өсөн йәшәй башлағайны. Нимә булып китте һуң был тормошҡа?! Әле бында, әле тегендә янғын тураһында хәбәрҙәр ишетелеп кенә тора! Беҙҙең Билал, Һәмән ауылында ла ошо арала ғына нисәнсе өй яна. Күпме ғаилә йорт-ҡураһыҙ ҡалды.
Зәйнәб һәм Марс Нурғәлиндар ауылда абруйлы ғаиләләрҙең береһе. Марс ағай ваҡытында совхозда механизатор булып эшләне, әлеге көндә халыҡҡа такси хеҙмәтен үтәй. Хужабикә Зәйнәб апай хаҡлы ялда булһа ла Билал ауылындағы "Колибри" теген цехында эшләй. Икеһенең дә кешеләргә изгелектәре күп тейҙе. Һәр ваҡыт кеше мәнфәғәтен күреп йәшәй улар. Зәйнәб апайҙың теккән кейемдәрен кеймәгән кеше юҡтыр яҡын-тирәлә. Марс ағай көн тимәй, төн тимәй кем ҡайҙа әйтә, шунда үҙ машинаһында илтеп ҡуя.
Күңелдәрендә кешеләргә тик изгелек кенә йөрөткән Зәйнәб һәм Марс Нурғәлиндар ғаиләһен урамда ҡалдырмаҫ ауылдаштар, яҡташтар, туғандары. Тормош шулай ҡоролған, әле генә һиңә ярҙам кәрәк, әле икенсегә. Кеше ҡайғыһына битараф булмағандарҙың барыһынан да ярҙам һорайбыҙ. Кем нисек ярҙам итә ала, һәр нәмә ҡәҙерле. Ә инде аҡса менән ярҙам итә алыусыларға Зәйнәб Айытбай ҡыҙы Нурғәлинаның телефоны -
8(906)1023022 телефоны, банк картаһы ла шуға бәйләнгән, номеры 4276 0600 5865 8157.
Әле уларға һәр кем төрлөсә ярҙам итә башланы. Әйҙә, һин дә ҡушыл! Рәхмәт барығыҙға ла, изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ!
RS: аҡса эше менән бәйле булһа мутлашыусылар күбәйә лә китә, шуға күрә, дөрөҫлөгөн раҫлап исем - шәрифемде ҡуям.
Райхана Булатова.