Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
26 Мая 2021, 06:09

Баймаҡта...

бер баланы урлай яҙғандар!

Һуңғы көндәрҙә Йылайыр, Ейәнсура яҡтарында бер нисә машинала балаларға һунар итеүҙәре хаҡындағы мәғлүмәт баҫылғайны. Хоҡуҡ һаҡлау органдары уны “фейк” тип белдерҙе. Ләкин күптән түгел шундай уҡ хәл Баймаҡ ҡалаһында ла теркәлгән. Ҡаланың тыныс урамының береһендә үтеп барған ҡыҙ яғына бер ҡара машина туҡтай һәм теүәтәй кейгән бер ир кеше уны өйөнә алып барырға тәҡдим итә. Ҡыҙыҡай йүгереп ҡасып китә. Машина артынан барып етеп, уҫал тауыш менән тағы ла машинаға ултырырға саҡыра. Аҡыллы бала әхирәте йәшәгән өйгә ҡасып инеп китә. Аллаға шөкөр, бала ҡотолоп ҡала.

Хөрмәтле дуҫтар, балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ! Ысынында ла балаларға ҡарата шундай “һунар” бара.

Читайте нас