“Дәүләт хеҙмәте” ҡушымтаһы күпселек муниципаль һәм дәүләт хеҙмәттәрен компьютер йә телефон аша өйҙә, эш урынында ғына алыу мөмкинлеген бирә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә, документтар эшләтергә, алыштырырға ла була.
Тиҙҙән һәр автомобилдең “тарихы”н – конвейерҙан сығыу мәленән алып утилләштереүгә тиклем “Дәүләт хеҙмәте” ҡушымтаһы аша белеү мөмкинлеге асыла. Транспортты ошо хеҙмәт аша һатып алыу, иҫәпкә ҡуйыу, номер алыу, штраф-һалымдарҙы түләү мөмкинлеге лә буласаҡ. Сиратһыҙ, оҙаҡ көтмәйенсә, еңел һәм иң мөһиме - хәүефһеҙ әлеге алым. Был хаҡта ентекләберәк ЮХХДИ хеҙмәтенең баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов һөйләне.
"ЮХХДИ хеҙмәтендә автомобилде теркәү, имтиханға яҙылыу, машинаны һатҡандан һуң ун көн үткәс, уны теркәүҙән төшөрөү – ошо хеҙмәттәрҙең барыһын да “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша эшләп буласаҡ. Ә дәүләт пошлинаһына был осраҡта 30 процент ташлама биреләсәк. Мәҫәлән, водитель таныҡлығы 2000 һум урынына 1400 һум торасаҡ, автомобилде теркәү менән дәүләт номеры биреү 2850 һум урынына 1995 һумға төшәсәк. Бынан тыш, портал аша теркәлгән ваҡытта үҙегеҙгә уңайлы ваҡытты һайлай алаһығыҙ. Был сират булдырмау өсөн эшләнә", - тине Динар Заһит улы.
“Дәүләт хеҙмәте” порталында теркәлгәндәр уның нисек эшләгәнен һәйбәт белә. Ә теркәлеү үтмәгән булһағыҙ, ҡулланма тәҡдим итәбеҙ:
теркәлеү өсөн СНИЛС, паспорт, кеҫә телефоны номеры, электрон почта кәрәк буласаҡ; браузерҙа gosuslugi.ru битен асабыҙ; “Теркәлеү” төймәһенә баҫабыҙ; исем-шәрифегеҙҙе, атайығыҙҙың исемен, телефон һандарын, электрон адресты йыйырға кәрәк; теркәлеүҙе үтергә кәрәклеген белдергән төймәгә баҫабыҙ; анкетаны тултырыу өсөн активация төймәһенә баҫабыҙ; экранда килеп сыҡҡан форманы тултырабыҙ; Бер ҡыйынлығы ла юҡ. Барыһын да эшләгәс, бер аҙ көтөргә кәрәк. Һеҙҙең анкетаны тикшергәс, порталда сәхифәгеҙ булдырыласаҡ. Сайттың ҡайһы бер ресурстары өсөн шәхесте иҫбатлау кәрәк буласаҡ. Быны электрон-һанлы ҡултамға эшләп атҡарырға була. Йәки почта аша код һоратып, халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәгенә мөрәжәғәт итеп алырға мөмкин.
Был портал төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү даирәһен йылдан-йыл арттыра. Уның мөмкинлектәре менән тиҙерәк файҙалана башлау зарур. ЮХХДИ идаралығының баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов дәүләт һалымдарын һәм штрафтарҙы “Дәүләт хеҙмәте” сайты аша ғына түләргә кәңәш итә. Был осраҡта ташламалар ҙа ҡаралғанын онотмағыҙ.
Cығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/D-l-t-he-m-te--ushimta-ina-avtomobilde--tarihi-ya-ilasa-800070/