Һаҡмар
+1 °С
Ясно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Хоҡуҡ һаҡлау
6 Мая 2021, 06:48
Эсергә аҡса бирмәгән өсөн...
балалары йәшәгән өйгә ут төртә!
Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө районының Королев ауылындағы бер йортта янғын сыға. Күршеләре утты күреп, тиҙ генә ярҙамға ташлана. Бында балалы ғаилә йәшәгән була. Янғын һөҙөмтәһендә өс кешенең тәндәре бешә һәм йәрәхәттәр ала.
Тикшереү барышында утты 32 йәшлек ир төрткәне асыҡланған. Был өйҙә уның ғаиләһе һәм балалары йәшәгән булған. Баҡтиһәң, ҡәйнәһе уға эсер өсөн аҡса биреүҙән баш тартҡан булған.
"Уға эсер өсөн аҡса бирмәгәндәр. Шуға күрә тәүҙә ғауға ҡуптарған. Тик теләгәнен ала алмағас, үсегеп сығып китеп, бензин килтергән. Яғыулыҡты бүлмәгә һибеп, ут төрткән. Бынан һуң шунда уҡ машинаға ултырып ҡасҡан", – тип хәбәр итә полицияның матбуғат хеҙмәте.
Әлеге ваҡытта ир ҡулға алынған, был эш буйынса тикшереү бара.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"