Хоҡуҡ һаҡлау
2 Апреля 2021, 18:43

Йөк машинаһы түңкәрелгән

Был хәл Йылайыр районының Ҡашҡар ауылы эргәһендә булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Был аяныслы хәл Йылайыр районында булған. Йөк тейәгән фура водителе Ҡашҡар ауылы янындағы күперҙе үткән саҡта транспортҡа идара итә алмай, юлдан ситкә ауа.
Һөҙөмтәлә йөк машинаһының водителе һәм пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре ала. Уларҙы Сибай ҡалаһы дауаханаһына оҙатҡандар. Икеһенең дә хәле бик ауыр, тип белдерә врачтар.
Машинаға линолеум тейәлгән булған. Әлеге ваҡытта урынында тикшереү эштәре бара, авария сәбәптәре өйрәнелә.
Фото: "Ауыл уттары" гәзите сайты.