Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
23 Марта 2021, 03:40
Өфө үҙәгендә көпә-көндөҙ кеше сәнскеләү бар Башҡортостан халҡын шаңҡытты
--
Криминал район тигән даны сыҡҡан Черниковкала йәки енәйәт йыш теркәлгән башҡа ҡалаларҙа булһа, бәлки иғтибар ҙа итмәҫтәр ине. Ә бына баш ҡала үҙәгендә, суд эргәһендә көпә-көндөҙ кеше сәнскеләү тотош Башҡортостанды шаңҡытты. Етмәһә, йәшен тиҙлегендә таралған яҙмала үлтереү мәле ап-асыҡ күренә. Кеше үлтергәндә ярҙам итеү урынына видео төшөрөп торғандар, тиерһегеҙ. Дөрөҫ, әммә был бөтөнләй икенсе сюжетҡа тема. Пушкин урамында теркәлгән хәлде тәүҙә ике ир араһында үҙ-ара ыҙғыш, тип баһаларға мөмкин ине. Ләкин һуңынан ваҡиға тамырында миллиондар һәм элекке таныш ҙур бизнесмендар тороуы асыҡланды. Ирҙе адвокатты үлтерергә нимә этәргән һәм күпме аҡсаға кеше ғүмере ҡыйылды?
Фажиғә шаршамбы ҡала уртаһында көпә-көндөҙ теркәлә. Арбитраж судтан сыҡҡан ике ир Пушкин урамында юл уртаһында көрмәкләшә башлай. Үтеп барыусылар уларҙы бары тик мөнәсәбәт асыҡлай, тип уйлай, хатта видеоға төшөрөп тамаша ҡылып тороусылар ҙа табыла. Ә хәл күпкә аяныслыраҡ булып сыға һәм үлем менән тамамлана.
Видеояҙмала һунар бысағы тотҡан ирҙең ерҙә ятҡан ҡорбанына бер нисә тапҡыр сәнсеүе асыҡ күренә.Тик көндөҙ ҡала үҙәге «ҡайнап» тороуға ҡарамаҫтан, ярҙамға килеүсе юҡ, бары тик бер машина ғына сигнал бирә. Тап ошо тауыш үлтереүсене һиҫкәндерә лә инде. Ул ҡорбанын ҡалдырып боролоп та ҡарамайынса, йорттар араһына инеп юғала. Шаһиттар әйтеүенсә, ашығыс ярҙам машинаһын да оҙаҡ ҡына, 30 минут тирәһе көтөргә тура килә.
Бысаҡ менән сәнскеләнгән ир 33 йәшлек адвокат Александр Елисеев булып сыға. Ул алынған үлемесле йәрәхәттәрҙән фажиғә урынында уҡ һәләк була.Ғүмеренең һуңғы минуттарында ул Станислав Яшин тип кенә әйтеп өлгөрә.
Станислав Яшин алыҫҡа китеп өлгөрмәй, эргәләге ихатала үҙенә ҡул һалып маташа. Ул һунар мылтығынан үҙенең эсенә ата, әммә ғүмерен ҡыя алмай. Ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгә.
Фажиғәнең нигеҙендә иһә аҡса ята. 4 йыл элек Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Веремеенко «Центркомбанк»тан Станислав Яшиндың 30 миллион һум кредитын һатып ала. Эшҡыуар тәүҙә бурысын түләһә лә һуңынан иҫәпләшеүҙе туҡтата. Ә сумма көндән-көн арта, Арбитраж судтың картотекаһынан күренеүенсә, пенялар менән 244 миллион һумға барып етә. Былтыр Сергей Веременко Яшиндың әсәһенә теркәлгән төҙөлөш компанияһын банкрот тип иғлан итеү буйынса судҡа бирә. Адвокат итеп Александр Елисеевты яллай. Ә фажиғә көнөндә улар Арбитраж суд ултырышынан сыҡҡан була.
Станислав Яшинға төрлө тәҡдимдәр яһаныҡ, әммә ул баш тартты. Александр Елисеевҡа янай башланы. Әсәһе мәрхүм булғандан һуң, хатта, уның ҡәберен фотоға төшөрөп ебәргән ине. Александр үҙ һөнәренең оҫтаһы, аҡыллы юрист, тәрбиәле кеше булды. Ерләү мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөмә алдым.
Сергей Веремеенко, Дәүләт Думаһы депутаты
Александр Елисеевты белгән кешеләр ҙә тик ыңғай яҡтан ғына һүрәтләй. Фотограф Евгения Романовскаяға ғаилә өсөн сессия ойошторорға тура килә. Был өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләйем, кешене үтәнән-үтә күрәм. Елисеевтар бер-береһен өҙөлөп яратҡан ғаилә, ә балаларына Александр һымаҡ мөнәсәбәттә булған атайҙар меңгә бер осрай, ти ул.
Дуҫтары әйтеүенсә, әле Анастасия Елисеева матди ярҙамға мохтаж. Ике ул тәрбиәләгән йәш әсә өсөнсө балаһын көтә. Фажиғә көнөндә улар дауаханаға барып сабыйҙың енесен белергә тейеш була. Тик киләсәккә пландары кемдеңдер ҡомһоҙлоғо арҡаһында селпәрәмә килә. Александр Елисеевҡа ни бары 33 йәш була. Ә Станислав Яшин әле Республика клиник дауаханаһында ята, уның операция уҙғарыуы һәм аңына килеүе билдәле.
Автор: Рәмзиә Кәримова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"