Хоҡуҡ һаҡлау
13 Марта 2021, 06:39

Өфөлә кеше урлаусыларҙы тотҡандар

-

БР Тәфтиш комитеты 27 – 33 йәшкә тиклемге 4 ирҙең алдан килешеү буйынса, кеше урлауҙарына шик белдерә. 2021 йылдың февралендә асылған тикшереү материалдары буйынса, шик аҫтына алыныусыларҙың береһе ерләү хеҙмәте салонында эшләгән берәүҙе алдаҡ юл менән урлай. Был Өфө мәйетханаларҙың береһенә яҡын ерҙә була. Урланған кешене машинаға һалып, кеше булмаған ергә алып киләләр һәм туҡмай башлайҙар. Шунан һуң уға ерләү буйынса төҙөлгән һәр килешеүҙән 1-әр мең һум аҡса түләргә, тигән талап ҡуялар. Айына яҡынса ул 100 мең һумға барып баҫа.
Туҡмалыуҙан ҡурҡҡан кеше уларҙың талабы менән килешә. Яҡынса 3 аҙна дауаханала ятып сыға. Ләкин кеше урлаусыларға түләүҙән баш тарта һәм хоҡуҡ һаҡлау органына мөрәжәғәт итә. Тәфтишселәр ФСБ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә кеше урлаусыларҙы тоталар. Уларҙың 9 берәмек һунар һәм травматик ҡоралдары тартып алына.
Бөгөн улар һаҡ аҫтына алынған һәм башҡа енәйәт эштәрендә лә ҡатнашлыҡтары барлығы-юҡлығы тикшерелә.
Сығанаҡ: https://iyryzan.rbsmi.ru/articles/02-kh-b-r-it/V-Ufe-zadergani-pohititeli-lyudey-714640/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=140222371
Читайте нас