Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
10 Март 2021, 16:00

Ике йөк машинаһы уртаһында ҡалып...

йән биргәндәр

Республиканың ЮХХДИ хеҙмәте кисә Өфө эргәһендә, М 5 трассаһында, үлемесле авария булыуы хаҡында хәбәр итә.

Фажиғәнең видеояҙмаһы буйынса, “КамАЗ” автомобиле “Mitsubishi Lancer“ машинаһын арттан этеп уның алдында торған “Volvo” йөк машинаһы аҫтына этеп индереп, ҡуша ҡыҫа. Һөҙөмтәлә ике кешенең ғүмере урында уҡ өҙөлә.

Видеояҙмала күренеүенсә, “КамАЗ” водителе тормозға баҫып өлгөрмәгән йә транспорт сараһының был механизмы эшләмәгән.

Ике йөк машинаһы уртаһында ҡалған “Mitsubishi Lancer“ҙа 58 йәшлек ир һәм уның ҡатыны булған. “КамАЗ”дың водителе Дағстандан 42 йәшлек ир булған.

Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.

Фото: республиканың ЮХХДИ хеҙмәте.

Читайте нас