Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
2 Март 2021, 18:13

Тағы ла авария! Тағы ла кеше ғүмере өҙөлдө!

Баймаҡта үлемесле авария теркәлде.

Кисә Баймаҡта тағы ла бер үлемесле авария теркәлде. Асыҡланыуынса, унда 40 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр итә республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов.

Иртәнге сәғәт 11-ҙә Магнитогорск - Ира юлының 110-сы километрында "Лада Ларгус" автомобиле юл ситендә туҡтап ултырған автогрейдерға барып бәрелә. 40 йәшлек ҡатын-ҡыҙ водитель бәрелештән һуң бик ауыр йәрәхәттәр алған һәм шул урында йән биргән. Әлеге ваҡытта был хәл буйынса тикшереү эштәре бара. Автогрейдер водителе йәрәхәтләнмәгән.

Әйтергә кәрәк, юлдарҙың торошо БР Башлығы Радий Хәбировтың контролендә тотола. Төҙөкләндереү, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһе буйынса быйыл да эштәр алып барыласаҡ. Бары тик үҙебеҙгә лә хәүефһеҙлек сараһын күрергә кәрәк.

Хөрмәтле водителдәр! Юлдарҙа һаҡ булығыҙ. Тиҙлекте арттырмай, дистанция һаҡлап йөрөү күп бәләләрҙән аралар. Онотмағыҙ, һеҙҙе өйҙә көтәләр!

Читайте нас: