Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
10 Февраль 2021, 13:50

Башҡортостанда туристарҙы 24 миллион һумға алдаған турагентлыҡ директоры хөкөм ителде

Өфөлә ҙур һәм айырыуса ҙур күләмдә мутлашҡан «Five Stars» турагентлығы директоры Гөлнара Яфаева хөкөм ителде. Баш ҡаланың Октябрь районы суды уны биш йылға дөйөм режимдағы колонияға ебәрҙе. Генпрокуратура мәғлүмәттәре буйынса, хөкөм ҡарары үҙ көсөнә инмәгән әле.

Суд тикшереүе барышында 54 йәшлек Яфаева туристарҙы 24 миллион һумға алдауын таныны.
2017-2018 йылдарҙа директор Төркиәгә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Сочиға һәм башҡа популяр йүнәлештәргә юлламалар һатҡан.
«Ысынында иһә ғәйепләнеүсе туристик хеҙмәттәр күрһәтергә һәм юридик берәмектәр менән төҙөлгән килешеүҙәр буйынса иҫәпләшергә йыйынмаған. Юлламалар иҫәбенә алынған аҡсаны ул үҙе теләгәнсә тотонған», — тип хәбәр иттеләр Генпрокуратураның матбуғат хеҙмәтенән.
Бынан тыш, Гөлнара Яфаеваға килтерелгән зыян суммаһын ҡапларға кәрәк.
Читайте нас в