Һаҡмар
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
3 Февраля 2021, 06:20
Юлға сыҡмағыҙ!
Өфө - Белорет юлдарына сикләүҙәр индерелде.
“Башҡортостан Республикаһының юл хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн киске 19.00 сәғәттән ҙур йөк автомобилдәре, пассажир автобустары, маршрут таксиҙары өсөн төбәк әһәмиәтендәге Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлындағы 67+000 – 203+00 саҡрым арауығында сикләүҙәр индерелде.
Был һауа торошоноң насарайыуына, йәғни ҡар яуыуы, буран сығыуы, боҙлауыҡ хасил булыуына, боҙло ямғырға бәйле ҡабул ителгән сара. Сикләү ваҡыты 3 февралгә иртәнге сәғәт 8-гә тиклем дауам итәсәк.
Иғтибар итегеҙ: сикләү ваҡыты үҙгәреүе ихтимал!
Бындай насар һауа шарттарында водителдәргә юлға сығырға кәңәш ителмәй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда 112 һандары буйынса шылтыратырға кәрәк. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы юл хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчеры менән 8-927-955-11-00 телефоны аша бәйләнешкә сығырға мөмкин.
Фото: ЮХДДИ идаралығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/f--Beloret-yulinda-sikl--r-inderelde-660238/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"